Гөлйемеш БАЯЗИТОВА “Ашҡаҙар” радиоһында – тауыш режиссёры, “Юлдаш плюс” йәштәр интернет-радиоһында музыкаль мөхәррир булып эшләй. “Юлдаш” радиоһында иһә сәнғәт тураһында рубрика авторы булараҡ билдәле. Шул уҡ ваҡытта йәш ижадсы музыка сәнғәтен һөйөүселәрҙе моңло көйҙәре менән ҡыуандырып тора. Гөлйемештең моңло донъяһына байҡау яһар өсөн үҙен әңгәмәгә саҡырҙыҡ. – Иң беренсе, сираттағы уңышың – Игорь Стравинский исемендәге йәштәр музыкаль конкурсында I урынды алыуың менән ҡотлайбыҙ! Унда "Заятүләк менән Һыуһылыу" башҡорт халыҡ эпосы буйынса ижад ителгән симфоник поэма менән Рәми Ғарипов шиғырына яҙылған "Диңгеҙ" романсын тәҡдим иткәнһең. Унан алдараҡ Беларусь Республикаһында Михаил Огинский исемендәге халыҡ-ара йәш композиторҙар конкурсында дипломант булыуыңды ла беләбеҙ. Шуныһы ҡыҙыҡ: баһалама ағзалары әҫәрҙәрең хаҡында ниндәй фекер белдерә? – Милли колорит сағыу ишетелә, башҡа ҡатнашыусыларҙан шул яҡтан ныҡ айырылаһың, тиҙәр. Быға аптырайһы түгел, сөнки тыуған яғым – Баймаҡ районының Т