Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Зәлиәне кем һәм ни өсөн үлтергәне асыҡланды

Африкала Маврикий утрауында ғәйеп булған Учалы ҡыҙы Зәлиә Шәмиғолованың үле килеш табылыуы тураһында хәбәр иткәйнек. Силәбе университетында уҡытҡан 29 йәшлек ҡатын менән бәйләнеш 17 августан бирле булмаған. Утрауға ул әхирәте менән июнь башында уҡ киткән. Улар тау үрҙәренә менгән, рухи практикалар менән шөғөлләнгән һәм яңы уҡыу йылы алдынан көс туплаған. Кире сентябрь башында ҡайтырға тейеш булғандар. Бөгөн иһә ҡурҡыныс яңылыҡ асыҡланды: Зәлиәне урындағы полиция үле килеш тапҡан. Уны бысаҡ менән сәнскәндәр һәм күмеп ҡуйғандар. Кәүҙә Вакоа-Феникс ҡалаһында ятҡан. Асыҡланыуынса, Маврикий утрауы полицияһы төп ғәйепләнеүсене ике көн элек ҡулға алып, һорау алған булған. Ләкин ул көндө ир алдап сыҡҡан. Пурявирсингх Сундур исемле инженер тәүге күрһәтмәләрендә, Зәлиәне фатирынан барып алдым һәм шул көндө кире килтерҙем дә, башҡа уның тураһында ишетмәнем тигән. Ләкин икенсе көндә уның машинаһында ҡан таптары табылған. Һаҡ аҫтына алынғас, ул полицияға барыһы тураһында ла һөйләгән һәм кәүҙә ятҡан

Африкала Маврикий утрауында ғәйеп булған Учалы ҡыҙы Зәлиә Шәмиғолованың үле килеш табылыуы тураһында хәбәр иткәйнек. Силәбе университетында уҡытҡан 29 йәшлек ҡатын менән бәйләнеш 17 августан бирле булмаған. Утрауға ул әхирәте менән июнь башында уҡ киткән. Улар тау үрҙәренә менгән, рухи практикалар менән шөғөлләнгән һәм яңы уҡыу йылы алдынан көс туплаған. Кире сентябрь башында ҡайтырға тейеш булғандар. Бөгөн иһә ҡурҡыныс яңылыҡ асыҡланды: Зәлиәне урындағы полиция үле килеш тапҡан. Уны бысаҡ менән сәнскәндәр һәм күмеп ҡуйғандар. Кәүҙә Вакоа-Феникс ҡалаһында ятҡан. Асыҡланыуынса, Маврикий утрауы полицияһы төп ғәйепләнеүсене ике көн элек ҡулға алып, һорау алған булған. Ләкин ул көндө ир алдап сыҡҡан. Пурявирсингх Сундур исемле инженер тәүге күрһәтмәләрендә, Зәлиәне фатирынан барып алдым һәм шул көндө кире килтерҙем дә, башҡа уның тураһында ишетмәнем тигән. Ләкин икенсе көндә уның машинаһында ҡан таптары табылған. Һаҡ аҫтына алынғас, ул полицияға барыһы тураһында ла һөйләгән һәм кәүҙә ятҡан урынды күрһәткән. Кәүҙә кейемһеҙ күмелгән булған. Әлеге ваҡытта полиция эште тикшереүен дауам итә. Пурявирсингх Сундур әйтеүенсә, улар Зәлиә менән осрашҡан. Хатта ул уға өйләнергә уйлаған. Тик, имеш, ҡатындың уға хыянат итеүе арҡаһында көнләшкән һәм талашҡан саҡта уға бысаҡ менән сәнскән. Енәйәт эҙҙәрен йәшерер өсөн кәүҙәне күмеп ҡуйған. Фото: социаль селтәрҙәр.