Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Террорға ҡаршы эштәр көсәйтеләсәк

Көн тәртибендә Өфөнөң 450 йыллығын һәм Белем көнөн байрам итеү осоронда, шулай уҡ республика Башлығын һайлауҙа тауыш биреү ваҡытында йәмәғәт именлеген тәьмин итеү мәсьәләләре ҡаралды. Өфөлә юбилей тантаналары башлана, шуға күрә йәмәғәт урындарының хәүефһеҙлеген тәьмин итеү мөһим, тип билдәләне төбәк етәксеһе. – Иң күләмле саралар 30-31 августа үтә. Байрамда ҡала майҙандары һәм парктары йәлеп ителәсәк. Был территорияларҙың барыһы ла махсус контроль аҫтында һәм тәүлек әйләнәһенә һаҡ аҫтында булырға тейеш, - тине ул. Шулай уҡ мөһим мәсьәлә – яңы уҡыу йылына әҙерлек. Был тема күптән түгел мәғариф буйынса республика август кәңәшмәһендә тикшерелде. Мәктәптәрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү бурысы тора. – Бөгөнгө көнгә бөтә белем биреү ойошмалары тикшерелгән. Дөйөм алғанда, ошо йүнәлештә хәл күпкә яҡшырҙы. Шул иҫәптән, йыл һайын ошо маҡсатҡа бюджет средстволарын бүлеү арҡаһында ла, – тине республика Башлығы Радий Хәбиров. Башҡортостан Башлығын һайлау өс көн дауамында – 6, 7 һәм 8 сентябрҙә үтә. Ошо маҡсаттарҙа 3,3 мең һайлау участкаһы йәлеп ителә. Унда өс миллион һайлаусы үҙ тауышын бирә аласаҡ. – Бөтә участкаларҙы комиссия буйынса тикшереү, билдәләнгән тәртиптә һаҡлауҙы тәьмин итеү, асыҡланған етешһеҙлектәрҙе тиҙ арала бөтөрөү мөһим. Терроризмға ҡаршы һаҡланыуға айырыуса иғтибар бүлергә кәрәк, – тине төбәк етәксеһе. Ултырышта ҡатнашыусылар планлаштырылған саралар үткәрелгән осорҙа үҙ-ара эш итеү тәртибен, шулай уҡ хоҡуҡ һаҡлау органдары, оператив һәм авария хеҙмәттәре эшенең төп йүнәлештәрен билдәләне. Фото: glavarb.ru