Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Романтик хистәр кисергегеҙ киләме?..

Өс көнлөк һоҡланғыс концерт – Өфө халҡы һәм ҡунаҡтарына баш ҡаланың 450 йыллығына бүләк. Бөгөнгө тәүге концертта Башҡортостандың халыҡ артисы Дмитрий Крюков етәкселегендәге республика дәүләт оркестры донъяның 1-се пианисы, Рәсәйҙең халыҡ артисы Денис Мацуев, донъяға танылған бас, яҡташыбыҙ, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Илдар Абдразаҡов, “Рәсәйҙең алтын кларнеты”, Башҡортостандың халыҡ артисы Артур Нәзиуллин һәм шулай уҡ яҡташыбыҙ – билдәле опера йырсыһы, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Асҡар Абдразаҡов менән сығыш яһай. Денис Мацуев оркестрыбыҙ менән П. Чайковскийҙың Беренсе фортепиано концертын уйнай, Башҡортостан улдарының көслө моңо ла кисебеҙҙе ҡабатланмаҫ тәьҫораттарға солғар! 23 августа сәхнәлә Башҡортостан менән Үзбәкстан берләшә. Д. Крюков етәкселегендәге Башҡортостан дәүләт оркестры һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Артур Нәзиуллин туғандаш республиканың танылған йырсылары менән бергә сығыш яһай, улар араһында Өфө тыңлаусыһын яулап өлгөргән Женисбек Пиязов та бар. Был кистә П. Чайковский, Дж. Россини, З. Исмәғилев, М. Магомаев, Р. Хәсәнов һәм башҡа олуғ композиторҙарҙың әҫәрҙәрен ишетергә мөмкин. 24 августа Рәсәйҙең Е.Ф. Светланов исемендәге легендар Дәүләт академия симфония оркестры маэстро Дмитрий Крюков дирижерлығында сығыш яһай. Бөйөк рус композиторҙары Глинки, Римский-Корсаков, Бородин, Балакирев, Чайковский һәм Рахманиновтың үлемһеҙ көйҙәре тәрән фәлсәфәүи кисерештәргә солғар, илһөйәрлек тойғоларын яңыртыр. Өфөнөң 450 йыллығын байрам итеүгә арналған мәҙәни программа йәштәрҙе патриотик рухта тәрбиәләүгә ҡоролған, тип билдәләргә кәрәк. Фестиваль, башҡа тамашаларҙы бер идея берләштерә – тыуған яҡҡа һөйөү. ”Көҙ романтикаһы” күңел асыу сараһы түгел, классик көйҙәр күңелде үҫтерә, ул һәр заманда ла яңғырай. Д. Шостакович атаҡлы Етенсе симфонияһын Бөйөк Ватан һуғышының тәүге көндәрендә яҙа башлаған. Музыка иң ауыр ваҡыттарҙа көс бирә, күңелде аса”, – ти БР мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова. Донъяға танылған классик көйҙәр концертынан ситтә ҡалмағыҙ, күңел байрамы кисерергә килегеҙ, дуҫтар. Үҙегеҙ менән ҡулсатыр алырға ла онотмағыҙ! )) Тамашалар киске 7-лә башлана, бушлай. Һүрәттә: былтырғы фестивалгә музыка яратыусылар майҙан тултырып килде.