Лизинг финанслауы һөҙөмтәһендә Goldy Glamp глэмпингы дизель электр станцияһын һатып ала алды, ул ҡунаҡтарға йәшәү өсөн уңайлы шарттар булдырырға мөмкинлек бирҙе. Финанслау суммаһы 720 мең һум тәшкил итте, лизинг срогы - 13 ай. Лизинг ярҙамы төбәктә «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, индивидуаль эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам» милли проектын (национальный проект «Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы») ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә күрһәтелде. - Башҡортостан йылдан-йыл туристарҙы йәлеп итә бара, шул иҫәптән быға республика Башлығы Радий Хәбировтың башланғыстары ла булышлыҡ итә. Туристик бизнес өсөн байтаҡ адреслы ярҙам саралары ҡаралған. Улар иҫәбендә - кредит биреү, модулле ҡунаҡханалар төҙөү өсөн субсидиялар, «Агротуризм» гранты. Шулай уҡ төбәктең бизнесҡа ярҙам итеү институттары лизинг ярҙамы һәм займдар бирә, - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко. Goldy Glamp ҡала яны клубы Өфөнән
Лизинг ярҙамы эшҡыуарға глэмпинг өсөн ҡорамал һатып алырға мөмкинлек бирҙе
22 августа 202422 авг 2024
1 мин