“Башҡорт ихаталары” программаһы республикала уңышлы дауам итә. Быйыл 33 муниципалитетта 143 ихатаны төҙөкләндереү ҡаралған. Белорет ҡалаһында, мәҫәлән, бөгөн Косоротов урамындағы 9-сы һәм 9а йорттары тирәһендәге биләмә төҙөкләндерелә. Улар буйынса подряд ойошмаһы менән апрелдә үк килешеү төҙөлгән, эш 30 сентябргә тамамланырға тейеш. Төҙөлөш сараларының яртыһынан ашыуы үтәлгән дә инде, шул иҫәптән машиналар үтеү өсөн юлдар, йәйәүлеләр һуҡмаҡтары тәртипкә килтерелгән, яҡтыртҡыстар ҡуйылған, әле балалар һәм спорт майҙансыҡтары ҡорола. Өфө ҡалаһында 10 ихатала төҙөкләндереү эштәре тулы күләмендә бара, уларҙың икәүһе яңыраҡ файҙаланыусыларға тапшырылды. Радий ХӘБИРОВ, Башҡортостан Республикаһы Башлығы: “Башҡорт ихаталары” – беҙҙең иң яҡшы һәм иң ҙур ихтыяж булған республика программаһы. Беҙ оҙаҡ йылдар бер нәмә лә эшләнмәгән ихаталарҙы төҙөкләндерәбеҙ. Уны тормошҡа ашырыу барышында халыҡҡа хәүефһеҙ, уңайлы майҙансыҡтар булдырыла, улар ололар өсөн дә, балаларға ла ҡулайлы. Быға тиклем Өфө