Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ултырышта ҡатнаштылар

Ултырыштың көн тәртибендә эксперт комиссияһының эшен ойоштороу мәсьәләләре, ағымдағы һәм киләһе йылға эш пландары ҡаралды. Эш башында эксперт комиссияһы рәйесе, БР Мәҙәниәт министрлығының Гуманитар тикшеренеүҙәр үҙәге директоры Марат Мәрҙәнов яңы коллегиаль органдың Башҡортостан Республикаһында дәүләт милли сәйәсәтен тормошҡа ашырыуҙы эксперт тәьминәте өсөн булдырылыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ултырышта ҡатнашыусылар дини ойошмалар һәм милли йәмәғәт берекмәләре лидерҙары менән үҙ-ара эш итеү, сит ил граждандарын Рәсәй йәмғиәтенә социаль һәм мәҙәни яраҡлаштырыу, милләт-ара мөнәсәбәттәр өлкәһендәге хәүеф йәһәтенән дәүләт милли сәйәсәтен тормошҡа ашырыуҙың төрлө аспекттарын тикшерҙе. Фото: cgi-rb.ru