Махсус хәрби операция тыуған илен һөйгән, Ватан һағында торған егеттәрҙең яҙмышына битараф булмаған төрлө милләт, төрлө һөнәр, төрлө йәштәге кешеләрҙе тупланы. Кемдер алғы һыҙыҡта ҡулына ҡорал алып дошманға ҡаршы һуғышһа, тылдағылар уларға ярҙам итеү өсөн ҡулдарынан килгәненсә ярҙам итергә тырыша. Шул иҫәптән, Белорет ҡалаһынан эшҡыуар Данис Йыһаншин даими рәүештә алғы һыҙыҡҡа гуманитар ярҙам алып бара һәм ошо йүнәлештә эште ойоштороуға тос өлөш индерә. Данис Йыһаншин июлдең аҙағында сираттағы гуманитар йөктө махсус хәрби операция биләмәһенән алып барғандан һуң башында тағы ла етдирәк фекерҙәр тыуа. ”Унда һәр “сәйәхәт” күңелдә тәрән эҙ ҡалдыра, башта фекерҙәр ҡайнай. Был юлы тағы ла борсолоп, “инде артҡа сигенеү мөмкин түгел, егеттәрҙе ташлап йәшәй ҙә, эшләй ҙә алмайым, тигән аныҡ ҡарарға килдем. Һеҙ ҙә, моғайын, унан шундай уҡ уйҙар менән ҡайтыр инегеҙ. Егеттәргә ярҙам кәрәк! Дрондар һорайҙар. Десант дивизияһы яугирҙәре менән аралаштым. Ҡайҙан икәнемде белгәс: “Башҡорттарҙы беләбеҙ! Улар яҡшы һуғыша!” – тип маҡтанылар. Һүҙ, әлбиттә, милләтебеҙ тураһында түгел, ә яҡташтарыбыҙ һуғышҡан “Башҡортостан” мотоусылар полкы, башҡорт батальондары тураһында бара. Үҙебеҙҙекеләр өсөн ғорурлыҡ тойғоһо кисерҙем. Кисен дөйөм өҫтәл артында ултырҙыҡ. Төрлө төбәктәрҙән һәм төрлө милләт вәкилдәре. Нимә тураһында һүҙ барғанын беләһегеҙме? Милли ризыҡтар. Исемдәре төрлө булыуға ҡарамаҫтан, барыһы ла нисектер ауаздаш. Ә мин, нисек кенә тылда берләшеп, был егеттәргә өйҙәренә, туғандарына тере ҡайтырға ярҙам итергә, тип уйландым. Улар үҙҙәренең яратҡан ризыҡтарын беҙҙең еңеү хөрмәтенә әҙерләнгән табында тәмләп ҡараһын ине! – тип һөйләне ул. Августа Данис Сәйетмырҙа улы район хакимиәте вәкилдәрен, эшҡыуарҙарҙы, дин әһелдәрен, ирекмәндәрҙе, әүҙем йәмәғәт эшмәкәрҙәрен саҡырып, алғы һыҙыҡтағы яугирҙәргә тағы ла һөҙөмтәлерәк ярҙам итеү һәм дрон етештереү мәсьәләһен күтәрә. Сарала Магнитогорскийҙан килгән махсус хәрби операция ветераны Андрей Кузовлев яугирҙәр тылдан ниндәй ярҙам көтөүе тураһында һөйләй. Өс тапҡыр яраланып, бер ҡулын юғалтҡас, уны “хәрби хеҙмәткә яраҡһыҙ” тип ҡайтарғандар. Әммә ул еңеүҙе яҡынайтыу өсөн тылда әүҙем эшмәкәрлек алып бара. Андрей белдереүенсә, алғы һыҙыҡта дрондар ныҡ кәрәк. Шуға күрә ул Магнитогорскийҙа һәм тағы ла ете ҡалала “тимер ҡоштар” етештереүҙе ойоштора. Белореттарға ла ярҙам итергә әҙер. Төп шарт – бөтә йыйылған дрондар тик махсус хәрби операцияға ғына ебәрелә, коммерция эшмәкәрлеге тураһында һүҙ ҙә булырға тейеш түгел. “Белоретта дрондар йыйыу өсөн беҙҙән нимә талап ителә? Айына миллион һум. Айҙан-айға. Тәүге уйым йыйып булмаясаҡ, килеп сыҡмаясаҡ, булды. Әммә фронтҡа яңыраҡ барып, егеттәр менән ихлас күңелдән һөйләшкәндән һуң, башҡа юл юҡлығын аңланым. Беҙгә уны эшләргә кәрәк! Миллионды нисек йыйырға?! 1000 кеше – 1000 һум. Беҙҙең ҡалала меңәрләгән битараф булмаған кеше бармы?! Бынан тыш, беҙгә эшҡыуарҙар ярҙам итергә әҙер. Тимәк, мәсьәләне хәл итеп була!” – тип эстән ныҡ уйлана Данис Йыһаншин. Эшҡыуар сараға йыйылған йәмәтселеккә даими аҡса йыйыуҙан тыш, бөтә ойоштороу һәм отчет эштәрен үҙ өҫтөнә алырға әҙер булыуын белдерә, шулай уҡ оҙаҡҡа һуҙмаҫҡа тәҡдим итә, сөнки унда, алғы һыҙыҡта, һәр минут иҫәптә. “Әле Андрей алғы һыҙыҡҡа етештерелгән дрондарҙың сираттағы партияһын алып китте. Уның килеүенә төп сумманы йыйырға ине. Бөтәһенең дә битараф ҡалмауын һорайым. Һеҙ күсергән һәр һум ҡәҙерле. Егеттәргә ярҙам итергә кәрәк. Онотмағыҙ, беҙгә ҡаршы НАТО илдәре һуғыша. Беҙ бары тик үҙебеҙҙекеләргә генә таяна алабыҙ. Ҡушылығыҙ! Һәр тин мөһим! Һаҡлыҡ банкы картаһы: 4279060015596729. Тәғәйенләнеше: “Поддерживаю своих”, – тип мөрәжәғәт итә эшҡыуар битараф булмаған кешеләргә. Андрей ИВАНЮТА, Белорет районы хакимиәте башлығы: – Данис Йыһаншин алғы һыҙыҡтан ҡайтҡас, Белоретта пилотһыҙ осоусы аппараттарҙы етештерә башлау өсөн берләшергә саҡырҙы. Хәҙер махсус хәрби операцияла яңы дәүер – дрон һуғышы. Дрон менән идара иткәндә, яугир йәшенеп тора ала, шул уҡ ваҡытта механик “ҡош” хәрби бурыстарҙы үтәй. Был беҙҙең һалдаттарҙың ғүмерен һаҡлап ҡалырға ярҙам итәсәк. Ошо аппаратҡа ихтыяжды өлөшләтә ҡаплап, яугирҙәргә ярҙам итергә теләйбеҙ. Әҙер технология, комплектлаусы деталдар менән тәьмин итеүселәр, был эш менән шөғөлләнергә әҙер белгестәр бар. Хакимиәт тарафынан бина бирергә әҙербеҙ. Финанслау мәсьәләһе асыҡ ҡала. Магнитогорскийҙа дрон етештереү буйынса “Буревестник” ғилми-етештереү берекмәһен асылған. Һатып алынған деталдәрҙән йыйылған бер пилотһыҙ аппараттың хаҡы 30-40 мең һум тәшкил итә, ә завод хаҡы 250-500 мең һум тора. Шуға күрә лә Белоретта дрон етештереүҙе яйға һалырға теләйбеҙ. Данис ЙЫҺАНШИН, эшҡыуар: – Белоретта дрон етештереүҙе ойоштороуға аҡса йыя башланыҡ. Фронт тылы – ул беҙ һеҙҙең менән. Ни өсөн быны дәүләт түгел, ә беҙ эшләргә тейешбеҙ, тип күп һөйләргә мөмкин, әммә әле быны тикшереү мәле түгел. Яугирҙәр көтә алмай, ярҙам һорай. Улар унда беҙҙе һаҡлай, ә беҙ улар өсөн бында яҡлау булдырасаҡбыҙ. Беҙҙең маҡсат – дрон етештереүҙе ойоштороуға ай һайын миллион һум йыйыу. Бөгөнгө көнгә 1 миллион һум аҡса тупланды. Был аҡсаға 34 дрон эшләй алабыҙ. Был эште артабан да дауам итеп, ай һайын дрондар етештерергә теләйбеҙ. Резеда САЙДАРОВА, эшҡыуар: – Эйе, йыйымдар күп булды, бөтә илгә ярҙам иттек һәм ярҙам итәбеҙ, әммә әле беҙҙең яугирҙәр техник йәһәттән ярҙамға мохтаж. Атап әйткәндә, дрондар етмәй, ә уларһыҙ дошманға ҡаршы тороу еңелдән түгел. Данис Йыһаншин Белоретта дрон етештереүҙе яйға һалырға тәҡдим итте. Үҙебеҙҙә йыйыу уларҙың хаҡы бер нисә тапҡырға кәметәсәк. Тимәк, беҙ махсус хәрби операциялағы яугирҙәргә тағы ла нығыраҡ ярҙам итә аласаҡбыҙ! Барыбыҙ ҙа өлөш индерһәк, килеп сығасаҡ. Шулай уҡ аҡса йыйыуҙы ойоштороуҙа ярҙамлашам (N 89033511817 привязан к карте Сбербанк, Резеда Рифгатовна С.). Дрон етештереүгә шәхсән ярҙам итеү маҡсатында “Еңеү яулығы” акцияһын иғлан иттем. “Еңеү яулығы” республика акцияһы легендар француз яулыҡтары башҡорт халҡы өсөн 1812 йылғы Ватан һуғышында Еңеү символы булып тора. Француздарҙы еңеп, тап ошо яулыҡтарҙы беҙҙең атай-олатайҙар алып ҡайтҡан. Әле, Украинала махсус операцияла ҡатнашҡан һалдаттарға беҙҙән ярҙам кәрәк. Беҙ республика акцияһын иғлан итәбеҙ: һатылған һәр яулыҡтың хаҡының 20 проценты яугирҙәргә ярҙамға ебәрелә. Шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандар өсөн хәрби позывной атамаларын бушлай сигеп бирәбеҙ. Бының өсөн Белорет ҡалаһындағы “Гүзәл” туҡымалар магазины мөрәжәғәтергә кәрәк. Фото: Данис Йыһаншиндың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.