Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Африкала юғалған башҡорт ҡыҙы үле килеш табылған

Кисә социаль селтәрҙәрҙә хәүефле хәбәр таралды: Африкалағы Маврикий утрауында Учалы ҡыҙы Зәлиә Шәмиғолова ғәйеп булған. Силәбе университетында уҡытҡан 29 йәшлек ҡатын менән бәйләнеш 17 августан бирле булмаған. Утрауға ул әхирәте менән июнь башында уҡ киткән. Улар тау үрҙәренә менгән, рухи практикалар менән шөғөлләнгән һәм яңы уҡыу йылы алдынан көс туплаған. Кире сентябрь башында ҡайтырға тейеш булғандар. Ҡатындың апаһы Гөлназ һөйләүенсә, утрауҙа ял иткән саҡта ул урындағы бер ир-егет менән танышҡан һәм араларында хистәр барлыҡҡа килгән. Ә ҡатын юғалғас, был ир үҙен бик сәйер тота башлаған. Зәлиәнең ҡайҙа икәнлеген әйтмәгән, "белмәйем", тигән. Полиция уны ҡулға алып, һорау алған. Һәм бына бөгөн ҡот осҡос яңылыҡ билдәле булды: Зәлиәне урындағы полиция үле килеш тапҡан. Уны бысаҡ менән сәнскәндәр һәм күмеп ҡуйғандар. Кәүҙәһе Вакоа-Феникс ҡалаһында ятҡан. "Зәлиә Шәмиғолованы үлтереү шарттары әлегә билдәле түгел. Полиция тикшереү алып бара һәм барыһын да асыҡларға тырыша", – тиелә ул яҡтан килгән рәсми хәбәрҙә. Яҡташыбыҙҙың туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Фото: социаль селтәрҙәр.