Найти тему
Башҡортостан гәзите

Үҫмерҙәр уңайлыҡтар менән ҡуллана

Был күрһәткес йыл башынан 31 процентҡа артҡан. Был хаҡта БР Дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрлығынан хәбәр иттеләр. ”Дәүләт хеҙмәттәре” порталын үҫтереү “Һанлы иҡтисад” милли проектының төп бурыстарының береһе булып тора. „18 йәшкә тиклемге йәштәрҙе ”Дәүләт хеҙмәттәре” порталында теркәү күп һанлы сервистарға һәм хеҙмәттәргә инеү мөмкинлеген бирә. Мәҫәлән, улар баһаларын ҡарау өсөн электрон көндәлеккә инә, өйгә эште белә, уҡыу йортона инеү тураһында мәғлүмәт ала, онлайн-курстарға яҙыла, „Пушкин картаһы“н алып, мәҙәни мәғариф программаһына ҡушыла ала“, – тип һөйләнеләр министрлыҡта. Бәлиғ булмағандар порталда 2022 йылдың башынан теркәлә ала. Атап әйткәндә, 14 йәшкә тиклем граждан ата-әсәһе контроле аҫтында булған ябайлаштырылған аккаунт ала, ә 14 йәштән үҙаллы теркәлеү мөмкинлеге барлыҡҡа килә. Билдәле булыуынса, "Һанлы иҡтисад" (национальный проект “Цифровая экономика”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указына ярашлы булдырылды. Фото: Башинформ.

С подпиской рекламы не будет

Подключите Дзен Про за 159 ₽ в месяц