Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

"Булат" бер нисә дәүләт наградаһына лайыҡ булған

Хәйбулла районынан “Булат” позывнойлы яугир хәрби хеҙмәттән һуң контрактҡа ҡул ҡуйған һәм махсус хәрби операцияның тәүге көндәренән үк алғы һыҙыҡта. Хәрби бурысын лайыҡлы үтәгәне өсөн бер юлы бер нисә дәүләт наградаһына тәҡдим ителгән. Бөгөн йәш батырҙың күкрәген “Һәләк була яҙғандарҙы ҡотҡарған өсөн" һәм өсөнсө дәрәжә “Хәрби хеҙмәттә күрһәткән батырлығы өсөн” миҙалы биҙәй. “Беҙҙең Хәйбулла ере лайыҡлы егеттәр - ҡыйыу, ҡурҡыу белмәҫ патриоттар тәрбиәләгәненә сираттағы тапҡыр инанам. Яугирҙәребеҙ үҙҙәре алдына ҡуйылған бурысты намыҫ менән үтәй. Һәр береһе менән ғорурланабыҙ һәм уларҙың ҡайтыуын түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ!” – тип яҙған үҙенең сәхифәһендә район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов. “Булат”ҡа шулай уҡ район етәкселегенең Рәхмәт хаты һәм иҫтәлекле бүләк тапшырылған. Беҙ ҙә “Булат” позывнойлы яугиргә артабан да булат ҡылысындай ныҡлыҡ һәм Хәйбулла далаһындай рухи көс теләйбеҙ. Тиҙерәк һуғыштар тамамланып, барлыҡ яугирҙәрҙең дә ғаиләһе, балалары, яҡындары янына иҫән-һау ғына әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ. Фото: Рөстәм Шәриповтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән БЕЛЕШМӘ ӨСӨН Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Президенты 1 августан 31 декабргә тиклем килешеү төҙөгән хәрби операцияла ҡатнашыусыларға 400 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Бынан алда Башҡортостанда республика Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса контрактсыларға бер тапҡыр бирелә торған түләү күләме артты. Шулай итеп, федераль түләүҙәрҙе иҫәпкә алып, Башҡортостандан хәрбиҙәр бер тапҡыр 1 миллион 205 мең һум аҡса аласаҡ. Ҡыҙыҡһындырған һорауҙар менән Ситуация үҙәгенә - 122 йәки +7 (347) 218-19-19 телефоны буйынса шылтырата алаһығыҙ.