“Тәмле кетчуп әҙерләп алдым әле, теләгән кешеләр өсөн рецебын ҡуям. Биш килограмм помидор, бер килограм алма, ярты килограмм һуған, өс татлы борос, дүрт тырнаҡ һарымһаҡ, аҙ ғына әсе борос (1/3 өлөш) алабыҙ. Барыһын турап, йәшелсәләр йомшарғансы бешерәбеҙ. Унан иләк аша һөҙәбеҙ һәм ике аш ҡалағы тоҙ, өс аш ҡалағы шәкәр, марля төйөнсөккә һалып дүрт лавр япрағы, биш бөртөк ҡара, биш бөртөк хуш еҫле борос һалып, талғын ғына утта бешерәбеҙ, йәғни артыҡ һыуҙы сығарабыҙ. Ике сәғәт самаһы ваҡыт уҙа. Иң аҙаҡтан өс аш ҡалағы туғыҙ процентлы аш һеркәһе һалабыҙ. Стерилләнгән банкаларға тултырып ҡуябыҙ", - тип яҙған Розалия Ибраһимова. Сығанаҡ: vk.com/club108059954 Фото: handyhands.space