Найти тему
Башҡортостан гәзите

Яңы уйын ҡоралы илһам сығанағы булһын!

“Мәҙәниәт” милли проектының “Милләттең ижади потенциалын тормошҡа ашырыу өсөн шарттар булдырыу” төбәк проектын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә Башҡортостан Республикаһының Салауат ҡалаһы Балалар музыка мәктәбенә яңы концерт ҡоралы – рояль килде. (Н. Рубинштейн) Роль – фортепиано оҫталығын уҡытыу өсөн ҙур мөмкинлектәр асҡан мөһим инструмент. Уҡыусыларға ижади һәләттәрен асыу һәм башҡарыу оҫталығын шымартыу мөмкинлеге бирелде. Матди-техник базаны яңыртыуға средстволар “Мәҙәниәт” милли проектын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә федераль, төбәк һәм урындағы бюджеттарҙан бүленгән. Бындай башланғыстар бөтә ил буйынса мәҙәниәт учреждениеларын үҫтереүгә һәм уларға ярҙам итеүгә йүнәлтелгән. "Мәҙәниәт өлкәһендәге белем биреү учреждениеларына ошондай ярҙам саралары бик мөһим, сөнки улар мәктәптәрҙе балаларҙы сифатлы уҡытыу өсөн кәрәкле заманса ҡорамалдар һәм ҡоралдар менән йыһазландырырға мөмкинлек бирә. Яңы уйын ҡоралы - рояль, йәш музыканттар өсөн илһам сығанағы булһын! Уның ярҙамында улар ысын музыкаль шедеврҙар тыуҙыра һәм үҙҙәренең ҡаҙаныштары менән беҙҙе ҡыуандыра алыр тип ышанабыҙ. Проектты ойоштороусыларға мәҙәниәткә ҡыҙыҡһыныуҙы арттырғандары өсөн ҙур рәхмәт белдерәбеҙ", - тип билдәләне Салауат балалар музыка мәктәбе директоры Дилә Хафизова. Билдәле булыуынса, “Мәҙәниәт” (национальный проект “Культура”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Салауат ҡалаһы хакимиәте.