Кисә йәмәғәт эшмәкәре, эшҡыуар, фотограф Илдар Бикҡужиндың тыуған көнө булды. Уға 52 йәш тулыр ине. Әммә 28 апрелдә ул ҡапыл вафат булды. Илдарҙың ҡатыны, фекерҙәше Венера ханым Илдар планлаштырған эште тормошҡа ашырып ҡуйырға булған. - Был сараны Илдар менән планлаштырғайныҡ, әммә тормош үҙенсә хәл итте. Шулай ҙа уның тыуған көнөнә ниәтте тормошҡа ашырырға булдым. Социаль селтәрҙәрҙә иғлан биреп, ошо көндө сәк-сәк бешереү буйынса оҫталыҡ дәрестәре тураһында хәбәр иттек. Йөҙҙән ашыу кеше килергә теләк белдерҙе. Иртәнән кискә тиклем төркөмдәргә бүленеп кеше ағылды. Улар араһында дуҫтар, туғандар, хеҙмәттәштәр, Илдарҙы белгән кешеләр бихисап. Кемдәрҙер сәк-сәк бешерер өсөн йомортҡа, он, май алып килде. Маҡсатыбыҙ – 100 йомортҡаға илле килограммдан ашыу сәк-сәк бешереү. Бешерелгән тәм-томды сираттағы ылау аша оҙатасаҡбыҙ, – ти Венера ханым. Сәк-сәк бешерергә килеүселәр араһында Рәхилә Ғилемйәнова ла бар ине. Ул “Терра Башҡортостан” туристик үҙәгенә ҡараған фольклор ансамбленә йөрөй. - Беҙ Илдар менән күптән таныш инек. Танышҡандан бирле хеҙмәттәшлек иттек. Уның тыуған көнөн ошондай матур сара менән үткәреү тураһында ишетеү менән сарала ҡатнашырға булдым. Илдарҙы иҫкә алып, аят уҡыныҡ, рухы ҡыуанғандыр. Сауаплы эш тә эшләнек. МХО-лағы егеттәр тәмле сәк-сәкте ауыҙ итеп, тыуған яҡтарын иҫләр. “Бишбармаҡ” милли аш-һыу оҫтаханаһы эш башлау менән Илдар беҙҙе төрлө сараларға саҡырып торҙо. Ул иҫән саҡта йыуасалар бешерҙек. Унан миңә иҫтәлек булып сағыу фотолары тороп ҡалды, - ти Рәхилә Ғилемйәнова. Илдар Бикҡужин республикала туризмды популярлаштырыу өҫтөндә эшләгән әүҙем кеше ине. Ҡатыны Венера менән асҡан “Бишбармаҡ” милли аш-һыу оҫтаханаһы өфөләрҙең яратҡан урынына әүерелде. Илдар Бикҡужин тәүге белеме буйынса фотограф, һуңынан Башҡорт дәүләт университетының журналистика факультетын тамамлаған. Туризм өлкәһен үҫтереү менән әүҙем шөғөлләнә ине. 2022 йылда уның командаһы “Башҡортостан йөрәгендә инклюзив тур” һәм “Башҡорт телен өйрәнәм” мәҙәни-мәғариф туры” проекттары менән Башҡортостан Республикаһы Башлығының гранттары фонды еңеүсеһе, “Еҙем фест. Рәсәй халыҡтары уйындары” проекты Мәҙәни башланғыстар фонды еңеүсеһе булды. Автор фотолары.