Стәрлетамаҡта республиканың алты ҡалаһы – Стәрлетамаҡ, Ишембай, Салауат, Күмертау, Мәләүез, Сибай медицина хеҙмәткәрҙәре араһында спартакиада уҙҙы. Сара "Демография" милли проектының "Спорт - йәшәү нормаһы" федераль проекты сиктәрендә ойошторолдо. – Медицина хеҙмәткәрҙәре әүҙем йәшәү рәүеше, физик культура менән шөғөлләнеүҙең мөһимлеген үҙенең өлгөһөндә күрһәтә. Бындай сараларҙа иң мөһиме еңеү түгел, әлбиттә, ә команда төҙөү һәм ыңғай хис-тойғолар уятыу, – тип билдәләне Стәрлетамаҡ хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов. Медицина хеҙмәткәрҙәре волейбол, йөҙөү, еңел атлетика кросы, эстафета һәм арҡан тартышыу кеүек биш спорт төрөндә ярышты. Ярыштар ҡаланың 33-сө мәктәбендә үтте. Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Александр Живаев ярыштың төп судьяһы булды. Стәрлетамаҡтың 1-се ҡала клиник дауаханаһының перинаталь үҙәге мөдире Радик Латипов 1000 метр дистанцияла еңел атлетика йүгереүендә еңеүсе булды. Ҡала волейболсылары уңышҡа өлгәште, арҡан тартыуҙа спортсылар һәйбәт сығыш яһаған. Һөҙөмтәлә иң спортсы команда тип Сибайҙың Үҙәк район дауаханаһы командаһы танылды, “көмөш”тө Стәрлетамаҡ медиктары яуланы, “бронза”ны Күмертауҙың медицина хеҙмәткәрҙәре үҙҙәре менән алып китте. Бынан тыш, спартакиадала ҡатнашҡан медицина учреждениеларының баш табиптары араһында пневматик винтовканан атыу буйынса ярыштар үткәрелде. Стәрлетамаҡтың 1-се ҡала клиник дауаханаһы баш табибы Илшат Яппаров иң мәргәне булып сыҡты, икенсе урын – Ишембай үҙәк район дауаханаһының баш табибы Ринат Ғәйнетдиновта, өсөнсө урын - Салауат Үҙәк район дауаханаһы етәксеһе Алик Янышев һәм Сибай Үҙәк район дауаханаһының баш табибы Алмас Мырҙабаев. Билдәле булыуынса, “Демография” (национальный проект “Демография”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте.
Стәрлетамаҡта медицина хеҙмәткәрҙәре спартакиадаһы үтте
29 августа 202429 авг 2024
1 мин