Найти тему
Башҡортостан гәзите

Балалар тейәгән автобус ауған

Республиканың Дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, Балаҡатай районында балаларҙы алып китеп барған автобус ауған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, бөгөн кискә табан Яңы Балаҡатай – Билән – Перевоз автомобиль юлының 28-се километрында 56 йәшлек водитель “Мерседес” автобусына идараны юғалтыуы арҡаһында пассажир транспорты ауған. Транспорт сараһында 10 йәштән 16 йәшкә тиклемге 17 бала булған. Мәғлүм булыуынса, балалар Туймазы районындағы балалар лагерынан Екатеринбург ҡалаһына китеп барған. Зыян күреүселәр юҡ, бөтә балаларҙы ла ашығыс медицина ярҙамы табиптары тикшергән һәм яҡындағы мәктәп-интернатҡа килтерелгән. Улар артынан резерв автобус сыҡҡан. Авария сәбәбе асыҡлана. Фото: Республиканың Дәүләт автоинспекцияһынан.