27 – 31 августа Өфөлә БРИКС йәш дипломаттарының 6-сы форумы 30-ҙан ашыу илдән 110 тирәһе вәкил ҡатнашлығында була. Форум темаһы –хәүефһеҙлектең ғәҙел глобаль үҫеше өсөн күп яҡлылыҡты нығытыуҙа йәштәр дипломатияһының роле. Был хаҡта Сит ил эштәре министрлығы вәкиле Мария Захарова аҙна һайын үткәрелгән брифингта хәбәр итте. - Форум эшендә 30-ҙан илдән 110 тирәһе делегат ҡатнашыр тип көтөлә. Сараға ярашлы, ҡатнашыусыларҙың Рәсәй Сит ил эштәр министрлығы, Башҡортостан етәкселеге, күренекле сәйәсмәндәр, иҡтисад эксперттары, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, олимпиадаларҙа еңеүселәр, БРИКС уйындары, шулай уҡ Рәсәйҙең был уникаль төбәгенең тарихы, мәҙәниәте менән танышыу планлаштырылған. Һәм форумдың һуңғы көнөндә йәш дипломаттарҙы халыҡ-ара ассоциацияһына яңы ағзалар ҡабул итеүҙең рәсми тантанаһы үтә, – тип белдерҙе Мария Захарова. - Ябай булмаған тышҡы сәйәси хәл шарттарында Башҡортостан дуҫ илдәр менән партнерлыҡ мөнәсәбәттәрен үҫтереүҙе дауам итә. Улар иҫәбендә - БРИКС илдәре. Улар менән кооперацияны нығытабыҙ, республикабыҙҙан сифатлы продукцияға ҡыҙыҡһыныуҙы күрәбеҙ. Быйылғы ярты йыллыҡ һөҙөмтәләренә ҡарағанда, төбәктең БРИКС илдәре менән тышҡы сауҙа әйләнешендәге өлөшө 57 процент тәшкил итә, - тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. Сығанаҡ, фото: pravitelstvorb.ru/news/24734/