Үпкә яман шешен иҫкәртеү аҙналығында Республика онкологик диспансерының торакаль онкология бүлексәһе етәксеһе Альберт Фәнил улы Бикмәтов иң ауыр сирҙәрҙең береһе – үпкә яман шеше, уның сәбәптәре һәм дауалау тураһында һөйләне. - Альберт Фәнил улы, һуңғы ваҡытта яман шеш менән ауырыусылар һаны артамы? - Үпкә яман шеше – яман шештең иң таралған төрө. Йыл һайын уның менән 1,5 миллион кеше сирләй һәм 1,3 миллион кешенең ғүмере өҙөлә. Әммә бөгөн беҙҙең, табиптарҙың, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты һөҙөмтәһендә был сирҙе асыҡлау өсөн мөмкинлектәре байтаҡ. Был проектҡа ярашлы, республикалағы медицина ойошмалары скрининг өсөн кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырыла. Шуға күрә йыл һайын асыҡланған пациенттар, шул иҫәптән үпкә яман шеше диагнозы ҡуйылғандар һаны арта. Рактың иртә стадияла асыҡланыуы һөйөндөрә, сөнки күпме иртәрәк асыҡлана, һауығыуға ла өмөт арта. - Үпкә яман шешенең барлыҡҡа килеүенең сәбәптәре ниндәй? - Яман шеш үҫешендә төп сәбәп – тәмәке тартыу. Икенсе урында – һөнәри эшмәкәрл