Фаягөлдө бәхетһеҙ ҡатын тип күрәм мин. Һәр ваҡыт йөҙө бойоҡ. Йәш кенә булһа ла, таушалғаны, тормош ауырлығы баҫҡаны күренеп тора. Ул улын яңғыҙы тәрбиәләй. Ире булмағанға шулай ауырмы икән үҙенә? Уның улы минең ҡыҙҙарым менән бергә уйнай. Шуға балалар майҙансығында йыш осрашабыҙ. Ғәҙәттә, ул шым ғына ситтән күҙәтә, кеше менән бик аралашмай. Ә был юлы үҙе яныма килеп торҙо, һөйләшергә теләгәне күренеп тора. – Һиңә рәхәт, балаларыңдың атаһы бар, ауырыһалар, өләсәһе килеп ярҙам итә, һеңлең ярҙамлаша... Ә минең бер кемем дә юҡ, – тип башланы ул һүҙен. Нимә тип яуап бирергә лә белмәй торған саҡта ул яҙмышын һөйләй башланы. Фаягөлдө әсәһе ҡырҡты үткәс таба. Апаһы иһә унан 15 йәшкә өлкәнерәк. Һеңлеһенең нисек үҫкәнен артыҡ күрмәй ҙә ул, Фаягөлгә өс йәш саҡта ҡалаға уҡырға китә, аҙаҡ шунда эшкә тороп ҡала. Ә бер ни тиклем ваҡыт үткәс, кейәүгә сыға. Ауылға байрамдарҙа ғына ҡайтып йөрөйҙәр. Ара йыраҡ булғанғамы, йәш араһы һиҙҙерәме, апай менән һеңле мөнәсәбәте артыҡ йылы булмай. Юҡ, апаһы уны ҡы