Найти тему
Башҡортостан гәзите

Башҡортостан Башлығы Шишмә районында үткәрелгән семинарҙа ҡатнашты

21 августа Шишмә районында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Балаҡатай, Благовар, Илеш, Ҡырмыҫҡалы, Мәләүез, Мишкә, Нуриман, Салауат, Стәрлетамаҡ, Өфө, Учалы, Хәйбулла һәм Шишмә райондары ауыл биләмәләре етәкселәре менән семинарҙа ҡатнашты. Сара Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге “Патриот” паркында булды. Үҙенең сығышында төбәк етәксеһе республика идара итеү командаһының төп мәсьәләләрен билдәләне. Уларҙы хәл итеүҙә Башҡортостан муниципалитеттары һәм ауыл биләмәләре әүҙем ҡатнаша. - Беҙҙең берҙәм эштең төп мөһим өлөшө - махсус хәрби операцияға ярҙам итеү. Республикала башҡа өҫтөнлөк юҡ. Был мәсьәлә өс йүнәлеш буйынса төҙөлә. Беренсеһе – МХО яугирҙәренә ярҙам итеү. Күптән түгел Башҡортостандан яугирҙәребеҙгә 130-сы гуманитар конвой йүнәлде. Курск өлкәһендәге ябай булмаған хәл менән бәйле ебәрелгән техниканың бер өлөшө яу урындарынан тыныс кешеләрҙе эвакуациялау менән бәйле, - тип һөйләне төбәк етәксеһе Радий Хәбиров. – Икенсеһе – яугирҙәр, шул иҫәптән вафат булған яугирҙәр ғаиләһенә мотлаҡ ярҙам күрһәтеү. Был эш ҙур мәғәнәгә эйә, уға формаль рәүештә генә ҡарарғая ярамай. Һәм өсөнсө йүнәлеш – республиканың, барлыҡ муниципалитетттарҙың иҡтисадының һәм социаль өлкәһенең тотороҡлолоғон тәьмин итеү. Республика етәксеһе ауыл биләмәләре үҫешенә айырым туҡталды. Урындағы власть органдарына иғтибар бүлергә кәрәк. - Башҡортостандың идара итеү командаһы ауыл биләмәләре үҫешенә, тәү сиратта юл төҙөлөшө тармағында мөмкин тиклем күберәк ярҙам итеүгә йүнәлтелгән, - тип аңлатты төбәк етәксеһе Радий Хәбиров. – Бынан тыш, ресурстарҙы медицина инфраструктураһын заманлаштырыуға йүнәлтәбеҙ. Республикалағы ике мең ФАП-тың 270 тирәһен яңырттыҡ. 2025 йылға планда – тағы 100 заманса ФАП асыу. Шул уҡ ваҡытта урындарҙа медицина хеҙмәткәрҙәренә - фельдшерҙарға – етешмәүсәнлек күҙәтелә. Уларҙы һайлап алыу һәм эшкә урынлаштырыу – муниципалиттерҙа. Республика иһә улар өсөн кәркәле шарттар булдырасаҡ, шул иҫәптән ауыл белгестәре – табиптар, фельдшерҙарға – ярҙам итеү программаһын финанслаясаҡ. Тағы бер йүнәлеш – төбәктә мәктәптәрҙе капиталь ремонтлауҙың президент программаһын тормошҡа ашырыу. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2022-2023 йылдарҙа был программа буйынса 140 объектты заманлаштырҙыҡ, 2026 йыл аҙағына тиклем планда – 214 уҡыу йортон яңыртыу. Бынан тыш, төбәк етәксеһе эске туризм үҫешенең мөһимлеген билдәләне. Семинарҙа төбәк етәксеһе ауыл биләмәләре үҫешенә бәйле һорауҙарға яуап бирҙе. Улар иҫәбендә - юл селтәрен яңыртыу, социаль объекттарҙы ремонтлау, газ индереп бөтөү программаһын үтәү. Ауыл биләмәләре башлыҡтарының ҡайһы бер һорауҙары урындағы юлдарҙы ремотнлау менән бәйле ине. - Айырым сумманы райондарға бирәбеҙ һәм муниципалитеттар башлыҡтары ауыл советтары менән берлектә ауыл биләмәһендәге ҡайһы юлдарҙы ремонтлауға аҡсаны йүнәлтеүҙе хәл итәсәк, - тине Башҡортостан Башлығы. Ауыл советтары вәкилдәрен ял лагерҙары төҙөлөшө мәсьәләләре лә борсоно. Тәҡдимдәрҙең береһе – Урал аръяғында һауыҡтырыу ойошмаларын асыу мөмкинлеген ҡарау. Республика етәксеһе төбәктең төрлө райондарҙа заманса балалар лагерҙарын ойоштороу тураһында эшләүен белдерҙе. Сығанаҡ, фото: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/182240.html