Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Картуфты йыуырғамы, юҡмы, тип һорағайнығыҙ...

Быйылғы йәй баҡсасылар һәм фермерҙар өсөн ысын һынау булды. Туҡтамай яуған ямғырҙар уңыш йыйыуҙың ғәҙәти ритмын боҙҙо. Бер нисә йыл рәттән килгән ҡоро йәйҙән һуң төбәк өсөн хас булмаған юғары дымлылыҡ шарттарында юғалтыуҙарҙы кәметеү һәм йыйылған картуфты дөрөҫ эшкәртеү тураһында белеү мөһим. Баҫмабыҙ картуфты нисек һаҡлау ысулдары тураһында яҙғас, ҡайһы бер уҡыусыларыбыҙ уны йыуырғамы, юҡмы тигән һорау бирҙе. Был һорауға Көньяҡ Урал баҡсасылыҡ һәм картуфсылыҡ институты етәксеһе Ҡайрат Һатбаев яуап бирә. Шулай итеп, оҙайлы ҡойма ямғырҙан һуң йыйып алынған уңышты һәйбәтләп йыуырға кәрәк. Бынан һуң унда таптар һәм механик йәрәхәттәр барлығын тикшерегеҙ. – Һаҡлау өсөн “сәләмәт” картуфты ҡалдырыу мөһим. Һаҡларға һалыр алдынан уны ныҡлап киптерергә онотмағыҙ, – тип өҫтәгән Һатбаев. Картуфты һаҡлау өсөн мөгәрәпте әҙерләү хаҡында ла оноторға ярамай. Һалыр алдынан соҡорҙарҙы эшкәртеү мөһим этап булып тора. Вентиляция продукттың сифатын һаҡлауҙа ла төп роль уйнай. – Һауаның тәбиғи циркуляцияһы – һәйбәт, шулай уҡ инъекция елләткестәрен ҡулланырға ла мөмкин, – тип хәбәр итте Һатбаев. Файза Әйүпова фотоһы.