21 августа Шишмә районында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Атай ҡаһарманлығы” йәмәғәт наградаһына лайыҡ булғандар менән осрашты. Осрашыу Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге “Патриот” хәрби-илһөйәрлек паркы майҙансығында булды. “Атай ҡаһарманлығы” миҙалы 2020 йылдан Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы башланғысы менән төбәктәге Ғаилә сәйәсәте концепцияһына ярашлы тапшырыла. Проекттың маҡсаты - әхлаҡи йәһәттән дәртләндереү һәм балалар тәрбиәләгән, сәләмәт тормош алып барған, ғаилә ҡиммәттәрен һәм йолаларын һаҡлауға, яңынан ҡайтарыуға, йәмғиәттеге мөхитте яҡшыртыуға шарттар булдырған, муниципалитет һәм республика тормошонда әүҙем ҡатнашҡан атайҙарға бирелә. Биш йыл эсендә ҡатнашыу ваҡытында 1 020 ебәрелгән, 196 атай еңеүсе тип табылған. - Еңеү яулағандарҙы ысын күңелдән ҡотлайым. “Атай ҡаһарманлығы” конкурсының популяр була барыуы һөйөнөслө һәм күберәк ғариза бирәләр, - тине төбәк етәксеһе Радий Хәбиров. – Арағыҙҙа, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улдары махсус хәрби операцияла һәләк булған атайҙ
Башҡортостан Башлығы “Атай ҡаһарманлығы” йәмәғәт наградаһына лайыҡ булғандар менән осрашты
21 августа 202421 авг 2024
2 мин