Найти в Дзене
Башкортостан 24

Өфө уттары - 20.08.2024 Башҡорт әҙәбиәтендә йәш таланттар – Рәхмәтуллиндар ғаиләһе

   Өфө уттары - 20.08.2024 Башҡорт әҙәбиәтендә йәш таланттар – Рәхмәтуллиндар ғаиләһе
Өфө уттары - 20.08.2024 Башҡорт әҙәбиәтендә йәш таланттар – Рәхмәтуллиндар ғаиләһе

"Өфө уттары" тапшырыуы көн һайын, дүшәмбенән йомаға тиклем, 20 сәғәт 10 минутта эфирға сыға.

Рәсәйҙә 2024-се йыл "Ғаилә йылы" тип иғлан ителде. Йылды йомғаҡларға ла күп ҡалманы. Төрлө өлкәләрҙә эшләгән һәм хеҙмәт иткән, балалар үҫтергән, тәрбиәгә алған, шул уҡ ваҡытта яратҡан шөғөлдәрендә лә һынатмаған йәш ғаиләләр — йәмғиәтебеҙҙең оло өлөшөн тәшкил итә. Ғаилә ҡороу – матур традиция ғына түгел, оло яуаплылыҡ та, ғүмерлек һайлау ҙа. Бергә парлашып тормош көтөүҙән барлыҡҡа килгән һөйөү емештәре – балалар ҙа ғүмеребеҙгә мәңгелек биҙәк өҫтәй һәм иң мөһиме – нәҫелебеҙҙең дауамына әйләнә.

"Өфө уттары" тапшырыуының 20-се август геройҙары – ирле-ҡатынлы Рәхмәтуллиндар ғаиләһе. Башҡортостандың ысын улдары һәм ҡыҙҙарынан булған Зөһрә Тимас ҡыҙы һәм Тимур Зиннур улы Рәхмәтуллиндар башҡорт әҙәбиәтенә яңы ғына аяҡ баҫып торһа ла, ныҡлы урын алғандар, тиергә була. Дүрт проза китабы авторы Тимур Зиннур улы күбеһенсә балалар өсөн яҙһа, Зөһрәнең ижады – шиғриәт. Ирле-ҡатынлы Рәхмәтуллиндар әҙәбиәт менән бәйле конкурстарҙың береһендә таныша. Әле ике улдарына ла әҙәбиәткә һөйөү тәрбиәләйҙәр. Кем белә, бәлки, киләсәктә улар ҙа башҡорт ижадына өлөш индерер. Тимур һәм Зөһрә Рәхмәтуллиндар менән фекерләшеү, ижади асыштар, илһам тураһында әңгәмәнең яҙмаһын һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ.

Смотрите видео

--------------------------

Присоединяйтесь к каналу Башкортостан 24 в Дзен и будьте в курсе всех последних новостей и событий, происходящих в Уфе и Башкирии!

Мы предлагаем Вам свежие выпуски передач производимые холдингом ГТРК «Башкортостан».