Найти тему
Башҡортостан гәзите

Көрәш һарайын көтәбеҙ

Спорт объекты Өфөнөң Октябрь районы биләмәһендә Муса Гәрәев, Архитектор Рехмуков, Рудольф Нуриев һәм Комсомол урамдары сиктәрендә урынлашҡан кварталда төҙөлә. Бинаның дөйөм майҙаны – 28 мең квадрат метр. Бында спорт комплексы, спорт көрәше мәктәбе, трибуналары булған, 3400 кешегә иҫәпләнгән универсаль зал, спортсылар өсөн ҡунаҡхана, конференциялар өсөн зал һәм башҡалар була. Көрәш һарайы фронтонында Боронғо Грецияның ике көрәшсеһен һынландырған барельефты ҡуя башланылар. Муса Гәрәев урамынан ингән яҡта скульптура ансамбле ҡуйыла. Унда төрлө алымдар ҡулланған спортсылар һындары төшөрөлгән. Улар яңы Көрәш һарайында шөғөлләнеп буласаҡ спорт төрҙәрен күрһәтә. Скульптура ансамбле һәм барельефтар авторы – билдәле скульптор, Рәсәй Федерацияһының халыҡ рәссамы, Рәсәйҙең самбо буйынса спорт мастеры Салауат Щербаков. Көрәш һарайы 31 августа, Өфөгә 450 йыл тулыуҙы билдәләгән көндә, асылыр тип көтөлә. Сығанаҡ, фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте матбуғат хеҙмәте.