Башҡортостан юлдаш телевидениеһының махсус хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин, Рәсәйҙең Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, махсус хәрби операцияға юлланған ине. "Журналист" позывнойлы яугир “Атай ҡаһарманлығы” миҙалына лайыҡ булды. Бөгөн Вуз-ара студенттар кампусында үткәрелгән тантаналы сарала награданы Рафиҡ Үзбәк улының ҡатыны Зөһрә Фәнил ҡыҙы барып алды. Әхмәтшиндарҙың ҡыҙҙары Фатима Өфөләге Фатима Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһында уҡый. Быйыл 5-се класҡа бара. Һүрәт төшөрөргә ярата. “Престиж” актерҙар һәм моделдәр студияһында шөғөлләнә. Улдары Мортаза М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның колледжын тамамланы. Әле Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының юридик факультетында уҡый, II курсҡа бара. Баш ҡалалағы компанияларҙың береһендә юрист ярҙамсыһы булып эшләй. Хыялы - адвокат, ә артабан судья булыу. Ғаилә яугиҙәргә гуманитар ылау туплауҙа ҡатнаша. Әйткәндәй, “Атай ҡаһарманлығы” миҙалы республикала атайҙар институтын нығытыуға йүнәлт
Билдәле журналист “Атай ҡаһарманлығы” миҙалына лайыҡ булды!
21 августа 202421 авг 2024
1
1 мин