Уҙған аҙна аҙағында Стәрлетамаҡта булған аварияла 18 йәшлек ҡыҙҙың ғүмере өҙөлдө тип яҙғайныҡ. Кис менән Mitsubishi Galant автомобиленең 22 йәшлек водителе машинаһына идараны юғалта һәм ҡаршы һыҙатта Renault Logan менән бәрелешә. “КП-Өфө” баҫмаһы был аварияның нисек булғанын һәм һәләк булған ҡыҙҙың кемлеген асыҡлаған. Елизавета Н.-ға 18 генә йәш була. Рулдә ултырған егет алдында килгән машинаны үтеп китәм тип ҡаршы һыҙатҡа сыға һәм унда “Логан”ға барып бәрелә. Көслө бәрелештән һуң машиналар төрлө яҡҡа осоп китә хатта. Артта ултырған Елезавета һәләк була, әхирәте ауыр йәрәхәттәр ала. Шаһиттар һөйләүенсә, Mitsubishi бик ҙур тиҙлек менән китеп барған һәм шуға ул ҡаршы һыҙатҡа сығып, машина килеп сыҡҡас, бер нимә лә эшләп өлгөрмәгән. Аварияны балкондан күреп торған Мария һөйләүенсә, водитель ҡаршы һыҙатҡа сығыр алдынан “поворотник”тарын яндырмаған. Ҡатындың әсәһе кешеләргә тәүге ярҙам күрһәтә белгәс, шунда уҡ авария урынына йүгереп сыға һәм “ашығыс ярҙам” килеп еткәнсе йәрәхәтләнгән кешелә