Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Май указдары тарафынан раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам“ милли проектына (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы“) ярашлы, республикалағы урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡ үҙ эшен үҫтереү буйынса компекслы хеҙмәтләндереүҙән файҙалана ала. Улар “Минең бизнесым” үҙәгендә бушлай күрһәтелә. “Был мәғлүмәт эшҡыуарҙарға туризм өлкәһендәге заманса тенденциялар менән танышыу мөмкинлеге бирәсәк һәм улар ошо алынған белем нигеҙендә туристик йүнәлештә яңы ихтыяжды файҙалана ала”, – ти Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко. Мәҫәлән, “Туристик сувенир” комплекслы хеҙмәте эшҡыуарға төбәк үҙенсәлектәренә ярашлы эшләнгән сувенирҙар етештереү мөмкинлеге бирә һәм уларҙы һатырға өйрәтә. “Агротуризм” буйынса эшҡыуарҙар хеҙмәттәштәренең уңышлы кейсын өйрәнәсәк. Улар менән бергә үҙ локацияһының проектын эшләй алалар. Бынан тыш “Туристик маршрут” һәм “Ваҡиғалар туризмы” хеҙмәттәре лә күрһәтелә. Фото: “Башинформ”.