Найти тему
Башҡортостан гәзите

Картуфты һаҡлау өсөн тағы бер үҙенсәлекле кәңәш

Иң тәүҙә ҡаҙыр алыднан ике аҙна элгәре һабаҡтарын сабып сығығыҙ. Картуфты тупрағынан таҙартҡас, киптереүгә айырыуса иғтибар бүлергә кәрәк. Шуны иҫтә тотоу мөһим: картуф фитофторы тәүҙә күренмәй. Зарарланған картуф сәләмәт, ныҡ күренә, тик ул тәүге ҡарашҡа ғына шулай. Фитофтора сире бар тамыраҙыҡты баҫып ала - шуны онотмағыҙ. Картуфты йыйғандан һуң елләтелгән бүлмәлә бер нисә көн киптерергә, шунан һуң ентекләп тикшереп сығырға кәрәк. Картуфты ағас көлө йәки аҡбур онона һалып тороғоҙ. Баҙҙы сүп-сарҙан һәм былтырғы уңыш ҡалдыҡтарынан таҙартығыҙ, яҡшы итеп дезинфекциялағыҙ: стенаһын ағартып киптерегеҙ. Көкөрт шашкаһын яндырыу бактерияларҙы юҡ итәсәк.