Нуриман районының Ҡыҙылъяр мәктәбендә медиаүҙәк асылды. Уны ойоштороу "Мәғариф" милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә мөһим аҙым булып тора. Ошондай үҙәктәрҙең барлыҡҡа килеүе уҡыусыларҙың заманса ресурстарға һәм технологияларға инеүен тәьмин итә, был тиҙ үҙгәреүсән мәғлүмәт донъяһы шарттарында бик мөһим. Медиаүҙәк – ул уҡыусылар журналистика һәм медиапроизводство өлкәһендә ҡиммәтле белем һәм күнекмәләр аласаҡ майҙансыҡ. Ул тәнҡитле фекерләүҙе һәм ижади һәләттәрҙе үҫтерергә ярҙам итәсәк. Проектта ҡатнашыу балаларға командала эшләргә өйрәнергә, үҙ фекерҙәрен оҫта белдерергә һәм ҡыҙыҡлы идеялар тәҡдим итергә мөмкинлек бирәсәк. Уҡыусылар һәм уларҙың ата-әсәләре, уҡытыусылар һәм мәктәп сараларында ҡатнашыусылар проекттың аудиторияһы буласаҡ. Үҙәк заманса технологиялар менән йыһазландырылған: микрофондар, колонка, синтезатор, компьютер, ноутбук, төҫлө принтер, квадрокоптер, профессиональ видеокамера, ҡолаҡсындар, ҡулса лампаһы, мебель һәм башҡалар. Был йыһазландырылған бүлмә генә түгел, идеялар һәм эксперименттар өсөн киңлек, бында хыялдар тормошҡа ашасаҡ. – Бындай медиаүҙәк уҡыусыларҙың төрлө башланғыстарын тормошҡа ашырыу өсөн мөһим нигеҙ буласаҡ һәм уларға киләсәктә медиа һәм коммуникациялар менән бәйле һөнәрҙәр һайларға ярҙам итәсәк. Был заманса мәғариф проекттарының балаларҙың комплекслы үҫешенә һәм йәмғиәттә уңышлы йәшәү өсөн кәрәкле яңы компетенциялар формалаштырыуға булышлыҡ итеүенә бик яҡшы миҫал, – тип билдәләне Нуриман районы хакимиәте башлығы Вилдан Ситдиҡов. Билдәле булыуынса, “Мәғариф” (национальный проект “Образование”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Нуриман районы хакимиәте.