Педагог һөнәренең абруйын күтәреү һәм йәш уҡытыусыларға ярҙам итеү маҡсатында 2019 йылдан Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың Указына ярашлы, ауыл ерендә эшләгән йәш уҡытыусыларға гранттар булдырылды. Йыл һайын конкурс йомғаҡтары буйынса еңеүселәр билдәләнә һәм йәш педагогтарға 690 мең һум күләмендә гранттар түләнә. Быйыл конкурсҡа иң күп ғаризалар Әбйәлил, Баҡалы, Бәләбәй, Бөрйән, Ғафури, Дыуан, Дүртөйлө, Ейәнсура, Илеш, Ҡариҙел, Ҡырмыҫҡалы, Туймазы һәм Өфө райондарынан килгән. Конкурста 35 йәшкә тиклемге йәш уҡытыусылар ҡатнаша ала. Улар халҡы 20 мең кешенән артмаған ауыл ерендә белем бирергә тейеш. Конкурс шарттарына ярашлы, еңеүселәр ауыл мәктәбендә кәм тигәндә 10 йыл эшләргә бурыслы. 2024 йылда конкурсҡа документтар 1 февралдән 31 майға тиклем ҡабул ителде. Бөтәһе 180 ғариза килгән. 11-28 июндә Эксперт комиссияһы ауыл ерендә эшләгән йәш уҡытыусылар тәҡдим иткән белем биреү проекттарына һәм грантҡа дәғүә итеүселәрҙең һөнәри эшмәкәрлегендәге ҡаҙаныштарына баһа бирҙе.
Йәш уҡытыусылар 690 мең һум күләмендә грант аласаҡ
21 августа 202421 авг 2024
1 мин