Ныҡ көсөргәнешле замандарҙа ла, аслыҡ-яланғаслыҡ мәлдәрендә лә рухи яҡтан сынығып, күңел байлығын һаҡлап ҡалған һәм артабан үҫтергән оло быуын замандаштарыбыҙ халҡыбыҙҙың милли көсөнөң, рухының, көс-ҡеүәтенең, ҡотоноң нигеҙе булып тора. Улар артынса килгән нәҫелдәр сылбыры, өлкәндәрҙән күреп-белеп, һәр йәһәттән үрнәк алып йәшәй. Һүҙем – ошоға тиклем күҙлекһеҙ уҡып, ҡул эштәре менән шөғөлләнгән оҫта ҡуллы, уңған, егәрле, дини һәм мәҙәни сараларҙың уртаһында ҡайнаған 95 йәшлек Нурлығаян Ғатаулла ҡыҙы Мансурова тураһында. Эшләп үткән бала саҡ Ул гүзәл тәбиғәтле Учалы районының Яңы Байрамғол ауылында Мөьминә менән Ғатаулла Кейекбаевтарҙың уңған ғаиләһендә яҡты донъяға ауаз һала. Нурлығаян инәйҙең бала сағы, йәшлеге, тураһындағы хәтирәләрен һүткәндә күҙҙәрендә осҡондар уйнай. Бәхетле инәй бала саҡтан егәрле булған: колхозда ла тир түккән, ҡул эштәре менән дә шөғөлләнгән, ете класс белем алыуға ла өлгәшкән. Һуғыш ваҡытында ашарҙарына ризыҡ булмау сәбәпле, ҡар ирей башлау менән өшөгән картуф йыйғандарын, ҡар иреп бөтөүгә 10 саҡрым алыҫлыҡтағы ергә барып, башаҡ сүпләгәндәрен һис тә онотмай. – Ашарға бер нәмә лә юҡ. Өйөбөҙҙөң ишегенә йылы булһын тип, һыйыр тиреһе ҡағып ҡуйылған ине, инәйем (учалылар әсәйҙе инәй тиҙәр) шул ҡатҡан тирене ысҡындырып, өтөп-йыуып, таҙартып, аш итеп бешереп ашатты. Йәй көндәрендә ҡыҙҙар менән йыйылышып, ваҡытыбыҙ бар саҡта Миндәк йылғаһына балыҡ һөҙөргә йөрөнөк. Сабаҡ, суртан, шамбы балыҡтары эләгә. Табышты күмәк-ара бүлешеп алабыҙ. Мөнирә, Гәүһәр, мин, Яңыбай исемле малай менән һыбай йөрөп ер тырматтыҡ, – ти ул. 1943 йыл бигерәк ауыр килә Бөтә үҫмерҙәр колхоздың иң ышаныслы эшселәре булған: дәррәү йөрөп иген сәскәндәр, утағандар, бесән сапҡандар, йыйып, күбәләп ташығандар. Эшкә сыҡҡандарға 100 грамм он йәки һоло биргәндәр, уны яулыҡ остарына төйнәп алып ҡайтҡандар. Өмәләрҙә ҡатнашыу байрам һымаҡ булған, сөнки ыумас ыуып бешереп ашатҡандар. – Тикшереүселәр күп. Шәрәфи еңгә, яулыҡҡа иген төрөп тотолоп, дүрт йылға төрмәгә ултырҙы. Ике балаһы урамда ҡалды. Уларҙың атайҙары һуғышҡа киткәйне. Әсмә, ике килограмм иген менән эләгеп, ике йылға ултырҙы. Теүәлләп яҙылған иген юҡ, ҡырҙа тауҙай ятҡан иген хөкүмәткә китә, эшселәргә таратылмай. 1943 йыл бигерәк ауыр килде: ҡар ҡалын булды, кеше ас, яланғас, күпләп ҡырылдылар. Нимә етте, шуны ашап шешенеп үлеүселәр ҙә күбәйҙе. Нисек ҡышты сыҡҡандарҙыр, иҫ китмәле! Аванс та, трудодень дә юҡ! Ҡул менән эшләгәнлектән, ул ярылып бөттө. Ағайым Сермәнгә уҡырға барҙы. Өҫтөндә лә, аяғында ла юҡ. Ботинкаһының табаны ысҡынып, прауылка менән бәйләп ҡайтып инде. Ҡабат уҡый алманы. 1944 йылда армияға китте. Оҙаҡ йөрөнө: Владивосток, Баҡы, аҙаҡ Ригала хеҙмәт итте. Атайым ныҡ ҡартайҙы. Ағайым урынына минән бәләкәйерәк ике туғанымды хәлемдән килгәнсә ҡараным. Бер биҙрә картуфҡа унынсы ептән тәҙрә пәрҙәләре өсөн селтәр бәйләп биреп ултырҙым, – тип бәйән итә ул. Бишенсе класҡа уҡырға 56 бала килгән, етенсе класта инде етәү генәләр, ә өлгәшеүселәр һаны икәүгә тороп ҡалған. Төрлө ауырлыҡтар арҡаһында уҡырға йөрөй алмағандар: йә өҫтөнә кейем юҡ, йә аяғына, аслыҡтан хәлдәре лә булмаған. Тырыш ҡыҙ тиҫтерҙәре менән Ҡойолдарҙа, Ҡушташта торф сығарған. Унда ла 400 грамм бешер-бешмәҫ арыш икмәге биргәндәр. Бер малай, өс ҡыҙ Тирлән аръяғында бата-сума күриндә – ағас ҡырҡыуҙа ҡатнашҡан. Пландарын үтәһәләр генә шулай уҡ 400 грамм арыш икмәге эләккән. Ямғырҙар, һыуыҡтар, бот төбөнән ҡар тип ҡарап тормағандар, Бөйөк Еңеү өсөн һәр эшкә күнгәндәр, түҙгәндәр. Үҙҙәренән һорап тормағандар, әлбиттә. Яҙ етһә, йыуа, ҡуҙғалаҡ, һарына, көпшә төп ризыҡ һаналған. Магазиндарҙа бөтөнләй бер нәмә лә ҡалмаған: аҙыҡ-түлек, шырпы, шәкәр, тоҙ, кәрәсин… Һуғыш туҡтағас ҡына, яйлап лавкалар асыла, әйбер ташый башлағандар. Бала саҡтан ҡул эштәренә тотонған Булыр бала – биләүҙән, тигәндәй, ҡул эштәренә бәләкәйҙән тотонған ҡыҙ. “Инәйем ойоҡ энәһенә егерме күҙ теҙәп бирҙе, шунан бәйләргә өйрәндем”, – ти ул. Кистәрен иптәш ҡыҙҙары менән йыйылышып, бер-береһенән күреп сигергә өйрәнгәндәр. Үҙҙәренә аҡ алъяпҡыстар сигеп, кис уйынға барһалар, шуларҙы кейеп йөрөгәндәр. Кемдең ниндәй һәләте бар: йырлаймы, бейейме, шиғыр һөйләйме – кәңәшләшкәндәр ҙә концерт ҡуйғандар. Һуңынан “Капитал ҡорбандары” тигән пьесаны ҡуйып, күрше ауылдарҙа күрһәткәндәр. Сәлиха апайҙарына барып, ҡул тирмәнендә берәр тәгәс башаҡ тартҡандар. Уның йөҙөктәре күп булғас, ҡыҙҙарҙы: “Һуғыш бөткәс, бабайға барһам, йөҙөктәремде һеҙгә таратып бирәм”, – тип әүрәткән. Тиктормаҫ Нурлығаян, һуғыш осоронда туҙҙан һағыҙ ҡайнатып, 15-әр тингә һатып, тәңкә йыйып, үҙенә икешәр ҡат дүрт рәтле тәңкәле камзул тегеп ала, яға эшләй. Өйҙәр гел балсыҡтан яһалған. Бер генә өй ағастан төҙөлгән. Миндәктең филиалы Тоҙҡойғанда алтын йыуғандар. Аҙаҡ ауылды һыу баҫҡан. Етенсе класты бөтөүгә, өсөнсө сменаға коммутаторға телефонист булып эшкә төшкән тәүәккәл ҡыҙ. Уҡығанда йәш Нурлығаян комсомолға алына. Әүәл комсомолға инеү ҙур ҡаҙанышҡа тиң була, сөнки төрлө яҡтан тикшереп ҡарап, һынап, һайлап ҡына алалар. Ул “Правда” колхозының беренсе механизаторы була. Уңыштары өсөн Учалыла ойошторолған съезға ебәрәләр, Рәхмәт хаты менән бүләкләйҙәр. Хат яҙмышына йоғонто яһай Әхирәттәре менән кистәрен йыйылышҡанда һалдаттарға бейәләй, ойоҡбаш бәйләгәндәр, янсыҡ, ҡулъяулыҡтар сиккәндәр. Өҫтәп хат та һалып ебәргәндәр. Шундай бер нурлы сәләм һуғыш хеҙмәтендә йөрөгән, сығышы менән Әбйәлил районының Рәхмәт ауылынан Вассаф Хажимырҙа улы Мансуровҡа тап була һәм артабанғы яҙмышына йоғонто яһай. Ете йыл йөрөп, хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, егет хат ебәреүсе ҡыҙҙы эҙләп таба. Ошо хат йәштәрҙе таныштыра ла, ҡауыштыра ла. Улар бәхетле ғаилә ҡороп, өс малайға һәм ике ҡыҙға ғүмер бүләк итә. 21 йыл бергә татыу йәшәгәндән һуң атайҙары ҡатынын балалары менән ҡалдырып, мәңгелек йортона күсә. Көслө рухлы әсә ғаилә усағын һүрелтмәй, бөтә ерҙә лә төптән егелеп эшләй. 11 йыл буйы почтальон муҡсаһын артмаҡлап аҙнаһына биш көн Байым – Рәхмәт араһын йәйәүләп үтә. Ул йылдарҙа халыҡ төрлө баҫмаларҙы күпләп алдыра, хаттар, открыткалар ҡосаҡ-ҡосаҡ килә. Яҙлы-көҙлө юлдар булмағанда тау һырттары буйлап Соңғорҙоҡтан килеп төшә ауылға. Һуңынан ғына Кукла ҡушаматлы ат бирәләр. Атын үҙе егеп, туғарып, ҡарап тора. Башҡа кешене атына яҡын юлатмаған, көтөп йөрөгән тоғро эте лә һөйөндөргән. Хат ташыусының юлында ул мәлдә нимә генә осрамаған – ҡуян менән төлкөнән тыш, бүреләре лә, һеләүһене лә. Һәр саҡ кемдер килеп сығып, ҡотолоп ҡалыу форсаты тейгән. Депутат та була Хеҙмәт һөйөүсәнлеге, һәр эшкә яуаплы ҡарағаны өсөн Нурлығаян Мансурованы өс саҡырылыш ауыл советына, бер саҡырылыш район советына депутат итеп һайлайҙар. Шул осорҙа үҙе финанс ярҙамы күрһәтеп, бағаналарын ултырттырып, селтәрен атының арбаһына һалып алып килеп, тәүҙә ауыл зыяратын, һуңынан ферманан таҡта ташыттырып, Һыуһар ҡойоһон кәртәләттерә. Ҡатын-ҡыҙҙар советын булдырып, мәҙәни сараларҙы йәмләндереп, йәнләндереп, дәртләндереп ебәрә. Фельдшер булып эшләгән Нәсимә Ғирфанова менән икеһе ауыл ҡатындары араһында төрлө ярыш, байрам, өмә ойоштора. Хаҡлы ялға сыҡҡас та буш ултырмаған. – Мәҙәниәт усағына күмәкләп йөрөнөк, төрлө ауылдарҙа концерттар, пьесалар ҡуйҙыҡ. Һәр ерҙән бүләктәр алып ҡайттыҡ. Таңсулпан Юнысова бейеүсе, Өмөгөлсөм Әхмәҙиева йырсы, мин шиғыр һөйләүсе булдыҡ. Байым мәҙәниәт йорто директоры Римма Вәли ҡыҙы Таңсулпан менән мине Өфөгә лә алып барҙы. Беҙҙе, “ҡурсаҡ әбейҙәрегеҙҙе”, саҡырығыҙ, тип торҙолар, район-ара, төбәк-ара сараларҙан ҡалдырманылар. Һәр сарала, һабантуйҙарҙа ҡатнаштыҡ. Рәйҙә Мөхәмәтҡужина ла, Нәғимә Ямалова ла әүҙем булды, – ти ул. Эйе, ысынлап та, йөҙйәшәр инәйҙең бөгөн дә яҡшы хәтерле булыуын дәлилләгән тәрән мәғәнәле, күңелдәрҙе арбарлыҡ, ҙур күләмле тиҫтәләгән шиғырҙы тотлоҡмай яттан һөйләүе кемдәрҙе хайран итмәй икән?! Ул ғына ла түгел, уның аллы-гөллө биҙәктәрҙән торған, һоҡланып туйғыһыҙ, бихисап ҡул эштәрен дә билдәләргә кәрәк. Ауылға килен булып төшкәс тә, тәҙрәһенә унынсы ептән селтәр бәйләп элә. Яғаны ғына ла өс тиҫтәнән ашыу нағышлай. Теләгәндәргә эшләп күрһәтә, хатта Бөрйәндән килеп өйрәнеүселәр ҙә булған. Алтын ҡуллы инәйҙең күҙ ҡамаштырырлыҡ эштәре төрлө күргәҙмәләрҙә, милли байрамдарҙа лайыҡлы урын ала. Флүзә ҡыҙынан диуарға элеп ҡуя торған сағыу биҙәкле келәмдәр сигергә өйрәнеп ала ла, башҡаларҙы ла ылыҡтыра. Йәйге гөлләмәләргә тиң ырғаҡ һәм энә менән сигеп йә бәйләп эшләнгән ултырғыс, диван япмалары, ҡорама түшәктәр – бөтәһе лә күҙҙең яуын ала. Әҙер канваға төшөрөлгән һүрәттәрҙе һатып алып, уларҙы сигеп, стенаһына элеп ҡуя. Бирелеп, бар күңелен һалып эшләгәнгә күрә, өйө ҡотло ла, ҡояшлы ла. Балҡып торған донъя ҡорған инәй күршеләренә күп кенә ризыҡтар – эремсек, ҡыҫтыбый, ҡаҙан бөккәне, әсе икмәк, мейестә ҡабартма бешерергә өйрәтә. “Ҡомалаҡты бер сөгөн итеп ҡайнатып алһам, күрше-тирә таратып алып бөтә лә ҡуя”, – ти ул, ҡыуанып. Ауылға төшкән йәш килендәргә ҡыҙыл эремсек ҡайнатырға, күбек майы эшләргә, буҙа ҡойорға өйрәтә. Ә үҙе буҙаны Йәмилә Хөснөтдинованан өйрәнгәненә ифрат рәхмәтле. Белергә теләгәндең ояты юҡ, тигәндәй, бер кемдең дә үтенесен кире ҡаҡмай, белгәнен өйрәтә ул. Башҡалар менән уртаҡлашҡан һайын ҡулға артып инә, кешенең рухы нығына, маҡсаттары, тәжрибәһе арта. Һөймәлекле инәйебеҙ матур иттереп теләктәр ҙә теләй. Уларҙың үҙенә ҡабаттан артып ҡайтыуы – оҙаҡ йәшәүенең серелер ул. Инәһе көслөнөң иләүе көслө Балаларының бәхете хаҡына уларға атай ҙа, әсәй ҙә була. Бөтә эштәрҙе бергәләп атҡарғанға күрә, уңыштары ла оҙаҡ көттөрмәй. Гөрләтеп донъя көтәләр: мал-тыуар, ҡош-ҡорт үрсетәләр, баҡса үҫтерәләр, емеш-еләк йыйырға әүәҫтәр. – Беҙ бала саҡта әсәйҙең ҡышҡы миҙгелгә берәр оло күнәк тоҙло кәбеҫтәһе, ҡыҙыл сөгөлдөрө, тоҙло бәшмәге була торғайны. Ауылға әрмәндәр электр уты үткәрергә килһә, беҙҙең өйгә фатирға төштөләр. Әсәйем уларҙан сыр яһарға өйрәнде. Көн һайын мейестә алты-ете икмәк бешереп, тамаҡтарына әҙерләне. Атайым бухгалтер булғас, гел генә өйгә кеше алып ҡайтты. Аҙаҡ, беҙ таралышып бөткәс, ауылға килгән уҡытыусылар, һатыусылар әсәйгә фатирға инде. Улар әле лә килеп хәлен белешеп тора, күстәнәстәрен ебәрә. “Баҡсала йәшел һуған үҫтереп, йомортҡаға алмаштырып, Белоретҡа алып барып һатып, беҙҙе, балаларын, кейендерҙе әсәйем”, – тип һөйләй әсәһе эргәһенә йәшәргә ҡайтҡан ҡыҙы Гөлназ. Ошоға саҡлы хужалығын үҙе тотто, әүҙем тормош алып барҙы. Етмәһә, башҡаларҙан айырмалы рәүештә емеш-еләккә йәйәүләп йөрөнө. Бер ҙә генә аптырап тормай, сейә йыйырға Сиңерткә тауына хәтлем барып етә ине. Иң оло ҡыҙы Флүзә Учалыла штукатур-малярлыҡҡа уҡып сығып, шунда эшләй, әле хаҡлы ялда. Алмас улы Белгород ҡалаһында политехник институтты тамамлаған, Межозерныйҙа, Учалыла эшләй. Бөгөн Миндәк ҡасабаһында йәшәй, хаҡлы ялда. Ильяс улы Йылайыр ауыл техникумында белем ала, Дәүләкән районында агроном булып хеҙмәт юлын үтә, хәҙер хаҡлы ялда. Гөлназ ҡыҙы Бәләбәйҙә киномеханик һөнәренә уҡый, Магнитогорск ҡалаһында эшләй, әле хаҡлы ялда. Таймас улы Йылайыр ауыл техникумын тамамлай, ауылда ферма мөдире булып эшләй, әлеге ваҡытта – мал табибы. Ғәзизебеҙ – хеҙмәт ветераны, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, һуғыш балалары рәтендә. Фиҙакәр хеҙмәттә сыныҡҡан, һәр йәһәттән өлгөлө булыуы менән абруй ҡаҙанған. Тормошонан бик ҡәнәғәт – балаларының, 15 ейән-ейәнсәренең, 26 бүлә-бүләсәренең шатлыҡ-ҡыуаныстарына төрөнөп, ҡәҙер-хөрмәттә йәшәй. Әсә бәхетенән дә ҙурыраҡ бәхет бармы икән?! Бөгөн дә Хоҙайҙан сихри көс алып, йөҙгә етеп барған нурлы Нурлығаян инәйҙең балалары ата-әсә рухына тап төшөрмәй, унан илаһи көс алып ғәзиз кешеләре менән бәхетле олоғайыу яғына атлай. Замандашыбыҙҙың көслө рухынан йәшәү сәме һәм көсө, ҡеүәтле һүҙҙәренән күңелгә илһам, янып торған күҙҙәренән йөрәккә осҡон, һутлы телдәренән илаһи моң алып йәшәй рәхмәттәр. Автор: Гүзәл ҮТӘБАЕВА. Әбйәлил районы. Фото: Нурлығаян Мансурованың ғаилә альбомынын.