Найти тему
Башҡортостан гәзите

"Березки" һеҙҙе көтә!

Беҙ һеҙҙе йәмле тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан "Березки" ял йорто менән таныштырыуҙы дауам итәбеҙ. Аштары тәмле, ризыҡтары татлы Ашхана ял йортоноң төп корпусында урынлашҡан, ҙур һәм бәләкәй зал һәр саҡ ял итеүселәр менән тулы тиерлек. Беренсе көндә үк уларҙы администратор Әнисә Уйылданова ҡаршы ала һәм тәғәйен өҫтәл билдәләй. Махсус диета тотоусыларға һәм шәкәр диабеты менән сирләүселәргә туғыҙ өҫтәл ( махсус меню) тәҡдим ителә. Башҡа ял йорттарынан һәм шифаха­наларҙан айырмалы рәүештә, “Березки” ял йортонда ашатыу бик юғары кимәлдә, ти ял итеүселәр. Ашнаҡсыларҙың дөйөм тырыш­лығы һөҙөмтәһендә көн һайын меню төрлөлөгө менән айырылып тора, икмәк-ҡаластарҙы, тәмлекәстәрҙе үҙҙәре бешерә. Өҫтәлдә һауыт-һаба һәр саҡ таҙа, ризыҡтары мул, аштары тәмле була. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, “Яҡтыкүл” шифаханаһының “Березки” ял йортонда һаулығығыҙҙы нығытып, хозур тәбиғәт ҡосағында көс, дәрт туплап ҡайтырға теләйһегеҙме? “Башҡортостан” гәзите һеҙгә был мөмкинлекте бүләк итә – Әбйәлил районының иң матур урынында урынлашҡан “Березки” ял йортона 7 көнгә иҫәпләнгән 2 кешелек юллама уйнатабыҙ. Бының өсөн:"Башҡортостан" гәзитенең "Бәйләнештә" селтәрендәге төркөмөнә (https://vk.com/gazetabashkortostan) яҙылырға;“Башҡортостан” гәзитенең Телеграмдағы каналына (https://t.me/bash_news102) һәм “Класташтар”ға https://ok.ru/bashortost ҡушылырға;ошо яҙмаға лайк ҡуйып, диуарығыҙға репост яһарға;Юллама 12 сентябрҙә, 21.00 сәғәттә уйнатыла. Еңеүсе махсус программа ярҙамында автоматик рәүештә билдәләнә. Фото: Автор фотоһы