Найти тему
Башҡортостан гәзите

Юл-транспорт ваҡиғалары былтырғыға ҡарағанда 22 процентҡа аҙыраҡ теркәлгән

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Транспорт өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт етәксеһе урынбаҫары Кирилл Михальченко менән осрашты. Андрей Назаров Ространснадзорҙың Волга буйы федераль округы буйынса төбәк-ара территориаль идаралығы эшенең әһәмиәтен билдәләне. Ул һуңғы биш йылда Башҡортостанда күләмле транспорт реформаһы үткәрелеүен, транспорт хеҙмәттәре сифатының үҫеүен һөйләне. Административ хоҡуҡ боҙоуҙарҙы автоматлаштырылған теркәү үҙәге мөмкинлектәре әүҙем ҡулланыла. – Ағымдағы йылда Ространснадзорҙың урындағы бүлексәһенә транспорт саралары параметрҙарын үлсәү һөҙөмтәләренең ике меңгә яҡын акты ебәрелгән, 1806 ҡарар сығарылған. Машина йөрөтөү мәҙәниәтен күтәреү менән бер рәттән, бындай практика транспорт инфраструктураһын үҫтереү өсөн бюджетҡа өҫтәмә аҡса йәлеп итергә мөмкинлек бирә. Һәм берлектәге эшебеҙҙең иң мөһим аспекты – юлдарҙа авариялар һәм үлем осраҡтарын кәметеү. 2024 йылда юл-транспорт ваҡиғалары былтырғыға ҡарағанда 22 процентҡа аҙыраҡ теркәлгән, 535 кешегә кәмерәк зыян күргән, – тип мәғлүмәт килтерҙе Андрей Назаров. Транспорт өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт башлығы урынбаҫары ведомствоның төбәк властары менән берлектә рөхсәт ҡағыҙҙары булмаған ташыусыларға ҡаршы уңышлы көрәшеүен, хәүефле йөктәрҙе ышаныслы ташыуҙы һәм ауырлыҡ габаритын һөҙөмтәле контролдә тотоуҙы тәьмин итеүен әйтеп үтте. Кирилл Михальченко был үҙ-ара хеҙмәттәшлекте конструктив тип баһалай. – Рәсәй Федерацияһының Транспорт министрлығы һәм Ространснадзор исеменән республика Башлығы Радий Хәбировҡа рәхмәт һәм ихтирам һүҙҙәрен еткерергә теләйем. Башҡортостан етәкселеге транспорт комплексын үҫтереүгә ҙур иғтибар бүлә. Һеҙ бик алға киттегеҙ, башҡа төбәктәрҙә яңы ғына ғәмәлгә ашыра башланған эштәрҙең күбеһе һеҙҙә тормошҡа ашырылды. Һеҙҙә ысынлап та тәртип бар, һеҙҙе өлгө итеп ҡуйырға мөмкин, – тип билдәләне федераль спикер. Башҡортостанда дөйөм ҡулланылыштағы автомобиль юлдарының оҙонлоғо 50 487 километр тәшкил итә, шуларҙың 804 километры – федераль әһәмиәттәге, 13 596 километры – төбәк, 36 088 километры – урындағы әһәмиәттәге. Төбәк һәм муниципаль-ара юлдарҙа 10 автомат ауырлыҡ-габарит контроле пункты эшләй. 2023 йылдың февраленән Административ хоҡуҡ боҙоуҙарҙы автоматлаштырылған теркәү үҙәге эшләй башлағандан алып алты меңгә яҡын ҡарар сығарылған, 550 миллион һум штраф түләнгән. Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: pravitelstvorb.ru.