Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, Белоретта Ағиҙел йылғаһындағы быуала, ҡала мунсаһына яҡын урында, 39 йәшлек ирҙең үле кәүҙәһе табылған. Үлем сәбәбе һәм ваҡиға шарттары асыҡлана. Урында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығының территориаль органы етәксеһе урынбаҫары Александр Серов барған. Оператив-тикшереү саралары үткәрелә. Әйткәндәй, был быуала быйыл бер нисә кешенең ғүмере өҙөлдө. Һыуҙа һаҡ булығыҙ, хәүефһеҙлек сараларын теүәл үтәгеҙ. Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығынан.