Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Рота яуаплы бурысты намыҫлы башҡара

Гәзит уҡыусыларҙы махсус хәрби операция яугирҙәре – илебеҙ именлеге һағына баҫҡан ҡыйыу яҡташтарыбыҙ менән таныштырыуҙы дауам итәбеҙ. “Топаз”дың хәрби дәрәжәһе – капитан, ул матди тәьминәт ротаһы командиры. Аҙ һүҙле, үҙ эшен белгән ысын офицер. Уның етәкселегендәге роталағы егеттәрҙең берҙәмлеге, бер-береһе өсөн тау шикелле тороуы һоҡландырҙы. Баҡтиһәң, күпселек өлөш Һамар өлкәһендәге Рощинский ҡасабаһында әҙерлек үткәндә үк ойошҡан икән. - Ротаның төп көсөн тәжрибәгә эйә элекке хәрбиҙәр, Афған, Чечня бәрелештәрен үткән яугирҙәр тәшкил итә. Водителдәрҙең күптәрен хәрби әҙерлек мәлендә ҡарап, һайлап алдыҡ. Ротаны тулыландырыу эшен даими алып барабыҙ, сөнки тәүге осорҙа контракт төҙөп, ваҡыты тулғандар ҡайтты. Йәш сикләүе, һаулығы йәһәтенән ҡайтыусылар ҙа бар. Беҙҙә 60 йәште үткән водителдәр күп ине. Башҡортостандың хәрби комиссариаты менән тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ. Яңы килгән водителдәрҙең барыһын да үҙебеҙ тикшереп алабыҙ, йәғни эргәһенә ултырып йөрөйбөҙ, оҫталығын, тәжрибәһен һынайбыҙ. Шунһыҙ булмай, сөнки беҙҙең ротаға ныҡ яуаплы бурыс – алғы һыҙыҡты кәрәк-яраҡ, хәрби припас менән тәьмин итеү йөкмәтелгән. Водителдәр техниканы яҡшы белергә, төрлө хәл-ваҡиғала һалҡын аҡыл менән эш итергә, дөрөҫ ҡарар ҡабул итә белергә тейеш, - тине “Топаз”. Матди тәьминәт бүлеге яугирҙәренә, хәүефле шарттарҙа фронт юлдары буйлап йөрөгән, үҙҙәренә йөкмәтелгән бурысты лайыҡлы башҡарған водителдәргә имен юлдар, үҙҙәрен һаҡлауын һәм, әлбиттә, еңеү менән теүәллектә әйләнеп ҡайтыуын теләп хушлаштыҡ. ӘЙТКӘНДӘЙ Рәсәй Президенты 1 августан 31 декабргә тиклем махсус хәрби операцияла ҡатнашыуға контракт төҙөгән яугирҙәргә 400 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү тураһында Указға ҡул ҡуйҙы. Тейешле документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған. Түләү РФ Оборона министрлығы менән бер йылдан күберәк мөҙҙәткә контрактҡа ҡул ҡуйғандарға түләнә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда быйыл 10 июлдән республика Башлығы Радий Хәбировтың күрһәтмәһенә ярашлы контрактсыларға бер тапҡыр бирелә торған түләү күләме артты. Махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт итеү өсөн РФ Оборона министрлығы менән контрактҡа ҡул ҡуйған кеше бер тапҡыр республиканан 505 мең һум аласаҡ. Өфө хакимиәте өҫтәмә рәүештә 300 мең һум түләй. Шулай итеп, 400 мең һумға тиң федераль түләүҙәрҙе иҫәпкә алып, Башҡортостандан ил һағына юлланған хәрбиҙәр бер тапҡыр 1 миллион 205 мең һум аласаҡ. Бөтә һорауҙар буйынса төбәк халҡы ситуацион үҙәктең 122 йәки (347) 218-19-19 номерҙары буйынса, шулай уҡ “Минең документтарым” күп функциялы үҙәк офистарында мөрәжәғәт итә ала. Һайлап алыу пункты номеры: (347) 248-29-31. В. УРАЗБАЕВ фотоһы.