Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Социологтар Башҡортостан Башлығы вазифаһына кандидаттар рейтингын иғлан итте

Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының Гуманитар тикшеренеүҙәр үҙәге белгестәре республика халҡынан 2024 йылдың 6, 7, 8 сентябрендә үтәсәк һайлауҙар тураһында ниндәй кимәлдә мәғлүмәтле булыуы, уларҙа ҡатнашырға пландары, төбәк Башлығы вазифаһына кандидаттарҙың билдәлелеге һәм электораль өҫтөнлөктәр хаҡында һорау алыу үткәрҙе. Тауыш биреүгә бер ай ҡалған мәлдә һорау алыуҙа ҡатнашыусыларҙың 78 проценты алдағы һайлауҙар тураһында етәрлек кимәлдә мәғлүмәткә эйә булыуы хаҡында белдергән. 64% һайлауға барасағын ышаныслы әйткән, 18% әлегә хәл итмәүен, 16% һайлауҙа ҡатнашмаясағын белдергән. Башҡортостан Башлығы вазифаһына теркәлгән кандидаттарҙың шәхси билдәлелеккә килгәндә, һорау алыу мәғлүмәттәре буйынса, Радий Хәбировта ул 97,4 процент тәшкил иткән, либерал-демократ Иван Сухаревта – 23,7 процент. “Ғәҙел Рәсәй”ҙән Владимир Нагорныйҙың танылыуы – 19,6%, “Яңы кешеләр”ҙән кандидат Илшат Тимерйәновтыҡы – 16,8%, коммунистарҙың вәкиле Артур Шәйнуровтыҡы 16,4% тәшкил итте. Һорау алыуҙа ҡатнашыусыларҙ

Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының Гуманитар тикшеренеүҙәр үҙәге белгестәре республика халҡынан 2024 йылдың 6, 7, 8 сентябрендә үтәсәк һайлауҙар тураһында ниндәй кимәлдә мәғлүмәтле булыуы, уларҙа ҡатнашырға пландары, төбәк Башлығы вазифаһына кандидаттарҙың билдәлелеге һәм электораль өҫтөнлөктәр хаҡында һорау алыу үткәрҙе. Тауыш биреүгә бер ай ҡалған мәлдә һорау алыуҙа ҡатнашыусыларҙың 78 проценты алдағы һайлауҙар тураһында етәрлек кимәлдә мәғлүмәткә эйә булыуы хаҡында белдергән. 64% һайлауға барасағын ышаныслы әйткән, 18% әлегә хәл итмәүен, 16% һайлауҙа ҡатнашмаясағын белдергән. Башҡортостан Башлығы вазифаһына теркәлгән кандидаттарҙың шәхси билдәлелеккә килгәндә, һорау алыу мәғлүмәттәре буйынса, Радий Хәбировта ул 97,4 процент тәшкил иткән, либерал-демократ Иван Сухаревта – 23,7 процент. “Ғәҙел Рәсәй”ҙән Владимир Нагорныйҙың танылыуы – 19,6%, “Яңы кешеләр”ҙән кандидат Илшат Тимерйәновтыҡы – 16,8%, коммунистарҙың вәкиле Артур Шәйнуровтыҡы 16,4% тәшкил итте. Һорау алыуҙа ҡатнашыусыларҙың электораль өҫтөнлөктәре түбәндәгесә бүленгән. Һайлауҙа тауыш бирергә йыйынғандарҙың 78 проценты тауышын, “моғайын”, Радий Хәбиров (“Берҙәм Рәсәй”) өсөн бирермен, тип белдергән. Агитация кампанияһының ҡыҙыу мәлендә ҡалған өҫтөнлөктәр түбәндәгесә: Владимир Нагорный (СРЗП) – 3%, Иван Сухарев (ЛДПР) – 4%, Илшат Тимерйәнов (“Яңы кешеләр”) - 6,5%, Артур Шәйнуров (КПРФ) - 8,5%. Һорау алыу барышында кандидаттарҙың фамилиялары, бюллетендәге кеүек үк, респонденттарға үҙҙәре һайланған сәйәси партияларҙың исемдәре менән бергә күрһәтелде. Социологик тикшереү Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының “Гуманитар тикшеренеүҙәр үҙәге” дәүләт автономиялы учреждениеһы башланғысы буйынса 2024 йылдың 3-11 авгусында уҙғарылған. Һайлап алыу күләме 1001 кеше тәшкил иткән, ул күп баҫҡыслы, территориаль, квоталы, башлыса оло йәштәге республика халҡы (18 йәштән өлкәнерәк) енесе һәм йәше буйынса һайланған, шулай уҡ халыҡтың ҡала һәм ауыл биләмәләре араһындағы бүленеше иҫәпкә алынған. Һайланманың хатаһы ± 4 проценттан артмай. Тикшереү ысулы – портатив компьютер ҡоролмалары (CAPI) ярҙамында урамда интервью алыу. Һорауҙар түбәндәгесә яңғыраны: 1-се һорау: “Һеҙ Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидаттар тураһында ишеттегеҙме йәки беләһегеҙме?” 2-се һорау: “Быйыл 8 сентябрҙә Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидаттарҙың кемеһе өсөн һайлауҙа тауыш биреүегеҙ ихтимал?” Политолог Сергей Лаврентьев, һайлауҙар алдынан электораль өҫтөнлөктәр һөҙөмтәләре тураһында фекер йөрөтөп, Радий Хәбиров өсөн тауыш бирергә теләүселәрҙең ул республика менән етәкселек иткән осорҙа төбәкте үҫтереү өсөн нимәләр эшләнгәнен ысынбарлыҡта күреүҙәре менән аңлатты. “Ҡалаларҙы төҙөкләндереү, эшҡыуарлыҡты үҫтереү, инвестициялар йәлеп итеү, тарихи хәтерҙе ҡайтарыу, МХО-лағы егеттәргә ярҙам итеү буйынса байтаҡ эштәр башҡарылды, был йәһәттән республика илдең алдынғы төбәктәренең береһе булып тора. Быларҙың барыһы ла, ҡатмарлы сәйәси шарттарға ҡарамаҫтан, бөтәһенең дә күҙ алдында башҡарыла, һөҙөмтәләр күренә һәм кешеләргә эмоциональ тәьҫир итә. Улар бының власты һынландырған Радий Хәбировтың хеҙмәте икәнен аңлай”, – тип иҫәпләй политолог. Сергей Лаврентьев һәр кандидаттың ярайһы уҡ билдәле булыуын әйтте, быға улар артында торған партия брендтары, билдәле бер потенциал һәм потенциаль һайлаусылар аудиторияһы булыуы ла йоғонто яһай. “Владимир Нагорный, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың ғәмәлдәге депутаты булараҡ, һайлаусыларының хуплауын ҡуллана, шулай уҡ беҙҙә Артур Шәйнуров өсөн тауыш бирергә әҙер коммунистик идея яҡлылар бихисап. Илшат Тимерйәнов тәҡдим иткән “Яңы кешеләр” ярайһы уҡ ҡыҙыҡлы, үҫеп килеүсе партия, уларға йәш быуын вәкилдәре өҫтөнлөк бирә. Иван Сухарев – Дәүләт Думаһы депутаты, шулай уҡ республикала билдәле кеше”, – тине Сергей Лаврентьев. Фото: "Башинформ".