Найти тему
Башҡортостан гәзите

“Офоҡ аръяғына атла”

Белорет – Рәсәйҙең үҙенсәлекле индустриаль мираҫ ҡоролмалары һаҡланған ҡалаларының береһе. Унда домна мейестәре, “Директор йорттары” әле лә бар. Ҡала уртаһында, тирә-яҡҡа йәм биреп, һыу ҡыуҙырыу башняһы тора. Уның өҫкө ҡатына күтәрелеп, ҡаланы күҙәтергә мөмкин. Металлургтар ҡалаһының матур тәбиғәте һәм тарихи мираҫы туристарҙы, шулай уҡ урындағы ҡаяға үрмәләүселәрҙе, тыуған яҡты өйрәнеүселәрҙе үҙенә тартып тора. Һуңғы йылдарҙа ҡалала тағы ла бер заманса йәмәғәт киңлеге, ял урыны барлыҡҡа килде – “Офоҡ аръяғына атла” (“Шагни за горизонт”) тип атала ул. Был урынға сәфәрҙе Мәҙәниәт һәм ял паркының төп ҡапҡала­рынан башлайыҡ: унда төрлө йәштәгеләр өсөн бай программа ойошторола. Көндөҙ балалар ял итә. Бының өсөн бар уңайлыҡтар тыуҙырылған – уйын майҙансыҡ­тары, спорт зонаһы бар, йәйге уҡыу залы янында оҫталыҡ дәрестәре ойошторола, кисен амфитеатрҙа бейеүҙәр һәм концерттар үтә. Парк – ағастар күләгәһендә йөрөргә һәм ылыҫлы хуш һауа һуларға теләгән кешеләр өсөн бик уңайлы урын. Бында аралашырға, ҡоштар тауышын тыңларға киләләр. Маршрутта осраған интерактив элементтар турис­тарға Көньяҡ Урал тарихын һөйләй. Урман юлы Дәрестәр ҡая­һындағы күҙәтеү майҙансы­ғына илтә. Баҫҡыстың төрлө ярустарына төшөп, 360 градус­ҡа әйләнергә мөмкин. Төрлө яҡты иғтибарлап ҡарап, ундағы төрлө күренештәрҙе иҫтә ҡалды­рығыҙ, шул саҡта “Офоҡ аръяғына атла” ҡала һәм район тураһында үҙе үк күпте һөйләйәсәк – көмөш һәм ҡуйы көрән металл, ҡара-йәшел мүк, һоро таш һәм башҡалар тураһында мәғлүмәт бирә. Һуңынан мотлаҡ ҡала быуаһына төшөргә кәрәк. Бында пляж, тыныс ял итеү урындары бар. Әйткәндәй, унда Ағиҙел йылғаһындағы быуа­ның ярын тоташтырған, элек Рәсәйҙәге иң ҙур ағас күпер ҙә бар ине. Әммә ул авария хәлендә булғас, бер нисә йыл элек емер­ҙеләр, әммә әүҙемселәр ҡаланың был билдәле объектын ҡайтанан тергеҙергә теләй, әле ошо йүнә­лештә эш алып барыла. Ғөмүмән, бында яңғыҙ кеше­ләргә, компания йәки балалар ме­нән сәйәхәт итеүсе туристарға ла ял итеү, ваҡытты файҙалы үткәреү өсөн барлыҡ шарттар тыуҙы­рылған. 2019 йылда Башҡортостан ҡалаларын үҫтереү институты командаһы хакимиәт, эксперттар һәм ҡала хал­ҡы менән берлектә Белореттың йәмәғәт киңлектәрен үҫтереү стра­тегияһын (ҡаланың тәрән тикшеренеүҙәренә нигеҙ­лән­гән йәмәғәт киңлектәренең өҫтөн­лөклө системаларын бил­дәләүсе документ) әҙерләй. Ҡаланың “Офоҡ аръяғына атла” проекты 2020 йылда Бөтә Рәсәй “Бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи ауылдарҙа уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” конкурсында, йылға һәм быуа буйында тәбиғи урман биләмәләре кварталын булдырыу буйынса еңеүгә өлгәшә. Проект 2021–2022 йылдарҙа тормошҡа ашырыла һәм Белорет ҡалаһының 260 йыллығына ҡарата асыла. “Офоҡ аръяғына атла” паркы проекты – “BLT Built Design Awards-2022” конкурсының “Ландшафт” номинацияһында иң яҡшыһы тип табыла. Ул – Башҡортостан парктары ара­һында “Алтын Трезини” халыҡ-ара архитектура-дизайнер премия­һының алтын дипломына лайыҡ булған берҙән-бер проект. “Ике халыҡ-ара конкурста еңеү иһә йәнә бер тапҡыр беҙҙең йәмәғәт киңлектәрен төҙөкләндереү йәһәтенән юғары урын биләүебеҙҙе күрһәтте. Проектта Белорет халҡы­ның ҡатнашыуы ҙур әһәмиәткә эйә. Был мөһим – биләмәләрҙе төҙөк­ләндергәндә халыҡтың фекере һәр ваҡыт иҫәпкә алынырға тейеш, тигән принципҡа таянып эш итәбеҙ”, – тип белдерҙе республика Башлығы Радий Хәбиров. Белорет районы хакимиәте башлығы Андрей Иванюта һүҙҙә­ренсә, дүрт йыл самаһы элек Белоретҡа Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса дизайнерҙар һәм архитекторҙар командаһы килгән, уларға ҡала паркы урынлашҡан урын бик оҡшаған. Дәрестәр ҡаяһының матур битләүе, Ағиҙел йылғаһы яры иҫә­бенә биләмәне яңыртырға һәм киңәйтергә ҡарар итәләр. Халыҡ был тәҡ­ди­м­де ихлас хуплай, фекер алыша һәм үҙ варианттарын тәҡдим итә. Төҙөкләндереүгә тиклем ҡала паркы ташлан­дыҡ хәлдә була. Әлбиттә, аттракциондар гөрләп эш­ләп торған замандар ҙа булды, әммә йәш быуын уны күрмәне һәм был хаҡта хатта белмәй ҙә. Ташландыҡ хәлдәге паркка ке­шеләр йөрөмәй башлай, билә­мәһенең бер өлөшөн үтеп сыҡҡыһыҙ ҡый үләне ҡаплай. Бөгөн иһә был күңелһеҙ күренеш артта ҡалды һәм Белорет халҡының хыялы тормошҡа ашты – ҡала үҙәгендә матур, заманса, төҙөк парк барлыҡҡа килде. Мәғлүм булыуынса, Радий Хәби­ров республика Башлығы вазифа­һында эш башлағас та, “Муници­палитеттарҙы үҫтереү программаларын тормошҡа ашыр­ғанда ауыл һәм ҡала ерҙәренең тышҡы ҡиәфәте тураһында ла уйлау мөһим. Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу – төп бурыстарҙың береһе. Был халыҡтың көнкүреш сифатын яҡшыртыуға булышлыҡ итә”, – тип билдәләгәйне. Төҙөк­ләндерелгән парктар, скверҙар, заманса ял зоналары, инфраструктура – барыһы ла киләсәктә билдәләнгән маҡсат­тарҙың бер өлөшө генә. Радий ХӘБИРОВ, Башҡортостан Башлығы: – Быйыл йәнә 123 йәмәғәт биләмәһен “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” программаһы буйынса төҙөкләндерәсәкбеҙ. Был проект Рәсәй Президенты ҡарары буйынса тормошҡа ашырыла. 123 объекттың 67-һе – беҙҙең ҡалаларҙа, 56-һы – ауылдарҙа. Бөтә проекттарҙы халыҡ онлайн тәртибендә тауыш биреү ярҙамында үҙе һайлаған. Быйыл төҙөкләндереләсәк йәмәғәт киңлектәренең бер өлөшөн өр-яңынан башлайбыҙ. Мәҫәлән, Өфөләге Урмансылар паркы ҙур үҙгәрештәр кисерәсәк. Республика буйлап күп йөрөйөм, ысынлап та, сағыштырырлыҡ күренештәр бар. Ҡалаларыбыҙ һәм ауылдарыбыҙ үҙгәрә, яңы парктар, аллеялар, скверҙар барлыҡҡа килә, халҡыбыҙҙың яратҡан ял урындары яңы һулыш ала. Һуңғы биш йылда “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” программаһы буйынса республикала 683 объектты төҙөкләндерҙек. Проектты тормошҡа ашырыуға бүленгән ете миллиард һумдың 91 проценты – федераль бюджеттан. Минеңсә, бик шәп һәм лайыҡлы. Ирина ШАКИРОВА, уҡы­тыусы: – “Офоҡ аръяғына атла” паркы беҙҙең яратҡан ял урынына әйләнде. Ул йылдың һәр миҙгелендә лә матур. Ылыҫлы ағастарҙың хуш еҫе, ҡоштар һайрауы, уңайлы урман юлдары – барыһы ла күңелде ҡыуандыра. Йыш ҡына бында улым менән киләм – ул рәхәт­ләнеп уйнай. Парк буйлап йөрөп, күҙәтеү майҙансығына күтәре­ләбеҙ, ҡалаға һоҡланабыҙ. Шуныһы ҡыуаныслы, был матурлыҡты беҙҙә ситкә китмәйенсә лә күрергә мөмкин. Артур ХУЖӘХМӘТОВ, хәрби хәрәкәттәр ветераны: – Ҡаланың “Офоҡ аръяғына атла” паркында икенсе йыл рәттән Хәрби хәрәкәттәр ветерандары көнөнә арналған “Һалдат йыры” концерты үтте. Унда төрлө ғәскәрҙәр ветерандары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, уҡыусылар ҡатнашты. Сәхнәнең, парктың төрлө быуындарҙы берләш­тереүе бик яҡшы. Ҡатнашыу­сылар ҙа, тамашасылар ҙа ғаиләләре менән килә, бында дуҫтары менән осраша, ара­быҙҙа булмаған иптәштәре­беҙҙе, яугирҙәрҙе иҫкә алабыҙ. Беҙгә парк бик оҡшай, уны төҙөкләндергәндәре өсөн рәхмәт әйтәбеҙ. Фотолар: Башҡортостан ҡалаларын үҫтереү институты сайтынан.