Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова социаль селтәрҙә “Көҙ романтикаһы” фестиваленә әҙерлек тураһында һөйләне. Берҙән-бер нәмәне – һауа торошон ғына алдан күҙаллап булмай, әммә музыка яратыусылар өсөн хатта ямғыр ҙа ҡамасау булмаҫ. “Тәбиғәттең насар мәле юҡ! Яҡындарығыҙҙы саҡырырға, ямғыр яуа ҡалһа тип, ҡулсатырҙар алырға онотмағыҙ. Яҡын кешең менән ямғыр аҫтында ултырып көй тыңлау, ә йөрәктәрҙең музыка менән бер тулҡында тибеүе – ошо иң күркәме бит!” – тип өндәшә Әминә Ивний ҡыҙы өфөләр менән баш ҡала ҡунаҡтарына. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, 22–24 августа Өфөнөң Совет майҙанында “Көҙ романтикаһы” классик музыка байрамы ойошторола. Концерттар киске сәғәт 7-лә башлана. Фото: Мәҙәниәт министрлығы һәм Башҡортостан дәүләт оркестры төркөмдәренән. Видео: https://vk.com/wall519921656_8621