Найти тему
Башҡортостан гәзите

МХО-ла ҡатнашыусы 14 яугирҙең ғаиләһе торлаҡ һатып алыуға социаль түләү ала

Башҡортостандан махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан 14 яугир ғаиләһе торлаҡ һатып алыуға социаль түләү ала. Улар - Әбйәлил, Әлшәй, Баҡалы, Балтас, Бөрйән, Ҡырмыҫҡалы, Мәсетле, Нуриман, Салауат, Өфө һәм Учалы райондарынан. Был хаҡта Республика Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте. Ул яугирҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеүҙең, “Ауыл биләмәләренең комплекслы үҫеше” дәүләт программаһына ярашлы, төбәк бюджетынан финанслауы һөҙөмтәһендә тормошҡа ашырылыуы тураһында яҙған. Максим Забелин һүҙҙәренә ҡарағанда, Башҡортостан тарафынан өҫтәмә финанслау яугирҙәрҙе тәү сиратта түләүҙәр менән тәьмин итеү мөмкинлеген бирә. Быйыл был маҡсатта 37 миллион һум ҡаралған. Был ярҙам тәү сиратта ауыл биләмәләрендә йәшәүселәргә ҡаралған, сөнки программа төбәк Ауыл хужалығы министрлығы тарафынан тормошҡа ашырыла. “Ағымдағы йылда был социаль түләүҙе Башҡортостандағы 11 райондан махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан 14 яугир ғаиләһе ала. Уның күләме торлаҡ хаҡының 70 процентын тәшкил итә. Ҡалған 30 процентты программала ҡатнашыусы индерә. Түләүҙе йорт төҙөгәндә, әҙер йортто һатып алғанда файҙаланырға була. Төп шарт – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы йәки уның ғаилә ағзаһы “Ауыл биләмәләренең комплекслы үҫеше” ҡанашыусыһы булырға тейеш”, - тип яҙҙы Максим Забелин. Фото, сығанаҡ: Республика Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелиндың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.