Ҡойма ямғырҙар арҡаһында һыу баҫыуға бәйле актуаль мәғлүмәтте тәҡдим итәбеҙ. Тәүлек эсендә һыу кимәленең иң ныҡ күтәрелгән урындары: – Архангел районының Баҫыутамаҡ ауылында Инйәр йылғаһы 45 сантиметрға күтәрелгән. Әле уның кимәле 236 см тәшкил итә, һыу баҫыуға 357 см алып килә; – Белорет районының Асы ауыдында Инйәр йылғаһы тәүлек эсендә 37 сантиметрға артҡан. Әлеге кимәл – 165 см, һыу баҫыуға 369 см алып килә; – Иглин районының Иҫке Ҡарашиҙе ауылында Өфө йылғаһы 27 сантиметрға күтәрелгән. Әлегә ул 324 см тәшкил итә, һыу баҫыуға 1084 см алып килә; – Белорет районының Ломовка ауылында Ағиҙел йылғаһы 24 сантиметрға артҡан. Әлеге ваҡытта ул 151 см тәшкил итә, һыу баҫыуға 310 сантиметр алып килә. Ситуацияны контролдә тотабыҙ! Фото: БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.