Найти тему
Башҡортостан гәзите

Музей дәресе аша илһөйәрлек тәрбиәләү

Үҫеп килгән быуында әҙәбиәткә, мәҙәни һәм рухи ҡиммәттәргә, халҡыбыҙ ҡомартҡыларына ихтирам уятыу, Тыуған илгә һөйөү, патриотик тәрбиә биреү өлкәһендә Башҡортостан Республикаһының Милли әҙәбиәт музейы эшмәкәрлеге ҙур әһәмиәткә эйә. Шуға күрә музей республика уҡыу йорттары, балалар баҡсалары менән хеҙмәттәшлек итә. Музей дәрестәрендә, төрлө сараларҙа хеҙмәткәрҙәр күсмә күргәҙмәләрҙән, презентацияларҙан тыш, фондтың уникаль экспонаттарын да балаларға алып барып күрһәтә, музей дәресенә килгәндәргә ҡомартҡыларҙы үҙ күҙҙәре менән күреү, ҡулдары менән тотоп ҡарай алыу мөмкинлеген булдыра. Күптән түгел Милли әҙәбиәт музейы хеҙмәткәрҙәре Регина Камалова менән Роза Хөснуллина Ҡырмыҫҡалы районы Ҡырмыҫҡалы ауылының 2-се һанлы мәктәбенең лагерына йөрөгән II – VI класс уҡыусыларына яҙыусы-фронтовиктарға һәм махсус хәрби операцияға арналған “Батырҙар быуаты” музей дәресе үткәрҙе, “Улар беҙҙең йөрәктә” күргәҙмәһен ойошторҙо. Яҙыусы-фронтовиктарҙың ҡулъяҙмаларынан тыш, һуғыш яландарынан алып ҡайтҡан экспонаттар уҡыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Мәҫәлән, Ғәли Ибраһимовтың ғүмерен һаҡлап алып ҡалған ҡайсы, Мостай Кәримдең Баязит Бикбайға яҙған өс мөйөшлө хаты, Сәғит Мифтаховтың һуғышҡа ебәреүҙәрен һорап яҙған ғаризаһы, Талха Ғиниәтуллиндың трофей бинокле, “На врага” Ҡыҙыл Армия гәзите махсус хәбәрсеһе Хәниф Кәримдең 1942 йылғы блокноты, яҙыусы-фронтовиктарҙың мәҡәләләре, шиғырҙары баҫылған “Тревога”, “Совет һуғышсыһы” гәзиттәре тупланмаһы, Муса Ғәлиҙең ағастан үҙ ҡулдары менән яһалған сувенирҙары, яңы экспонаттарҙан Милли әҙәбиәт музейы директоры, яҙыусы Миләүшә Ҡаһарманова махсус хәрби операциянан алып ҡайтҡан снаряд гильзаһы, фонарь, һалдаттар музей коллективына күстәнәс итеп биреп ебәргән сухпаек, “Арыҫлан” позывнойлы яугирҙың сапер көрәге – барыһы ла күргәҙмәлә ҡуйыла. Музей дәресенә ҡунаҡ итеп саҡырылған махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, хәрби хәрәкәттәр ветераны Рәсәй Геройы Сергей Зорин исемендәге танк батальоны командиры Флүр Әхәт улы Ғарипов (позывнойы "Шурави") хәрби хеҙмәт юлы тураһында хәтирәләре менән бүлеште, Башҡортостандан нисә һәм ниндәй батальондар ҡатнашыуы, һалдаттар өсөн Тыуған яҡтан килгән посылкаларҙың ни тиклем ҡәҙерле, яҡын һәм хәрби рухты күтәреү көсөнә эйә икәнлеге хаҡында бәйән итте. Бигерәк тә уның түш кеҫәһенән сығарып, яуҙан һаҡлап алып ҡайтҡан бетеүе тураһында һөйләгәне күңелдәрҙе тетрәндерҙе. Бер уҡыусы ҡыҙҙың төҫлө ҡағыҙҙарҙан өй һүрәтен ҡырҡып, йәбештереп, артына “Еңеү менән ҡайтығыҙ! Беҙ һеҙҙе өйҙә көтәбеҙ!” тип яҙып ебәргән ҡул эше тураһында ине һүҙ. “Был өй һыны һәр саҡ минең менән, мин бер ҡасан да унан айырылмайым”, - ти күпте күргән яугир. Тыуған яҡтарына ҡайтҡас, Флүр Әхәт улы ҡыҙҙы эҙләп таба һәм уға рәхмәт йөҙөнән кәрәҙле телефон бүләк итә. Был күренеш ауыр ваҡытта бер-береңә ярҙам итеү, терәк булыу тураһында һөйләй. Милли әҙәбиәт музейы үткәргән сараға Ҡырмыҫҡалы районы мағариф бүлегенән методист Гөлфиә Петрова, район гәзите хәбәрсеһе Ғәлиә Кәримова ла килгәйне. Рәсәй Геройы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәли Шайморатовтың тыуған ерендә үткәрелгән музей дәресе “Шайморатов генерал” йыры менән тамамланды, ошондай музей дәрестәре тәрбиә һәм белем биреү учреждениеларында мотлаҡ үткәрелергә тейеш тигән фекерҙә таралыштыҡ. Мәктәп директоры Әхтәмов Дамир Флүр улына, тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары Мөхөтдинова Гүзәл Рәсим ҡыҙына хеҙмәттәшлек өсөн ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Ҡырмыҫҡалыларҙың данлы яҡташына арналған “Шайморатов генерал” йырын бергәләшеп йырланылар. Уҡыусылар, сабый ғына булһалар ҙа, бик оҙайлы (25 йыл) хәрби хеҙмәттә һәм походтарҙа йөрөгән һалдаттың күңел кисерештәрен, уйҙарын, тыуған ерен һағыныуҙарын һүрәтләгән «Уйыл» башҡорт халыҡ йырын аңлап тыңланылар. Бындай йылы, файҙалы һәм бик кәрәкле музей дәрестәре һәр уҡыусының күңелендә тәрән эҙ ҡалдыра, мәңгелеккә хәтерҙәрендә ҡала, уларҙа Тыуған еренә ҡарата һөйөүен арттыра, илһөйәрлек тойғолары тәрбиәләй. Башҡортостан Милли әҙәбиәт музейы хеҙмәткәрҙәре Башҡортостан Республикаһы ирекле батальондарының имамы Хәмзә хәҙрәт Хафизов һәм Дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан Республикаһы буйынса Хоҡуҡ тәртибе ғәскәрҙәре ветерандары рәйесе урынбаҫары, “Боевое братство” Өфө бүлексәһе идараһы ағзаһы Флүр Әхәт улы Ғарипов менән Салауат, Ҡырмыҫҡалы райондары буйынса музей дәрестәре үткәрә. Улар шулай уҡ "Батырҙар быуаты" музей дәресе менән Ҡырмыҫҡалы районы Ҡырмыҫҡалы ауылының 1-се, 2-се мәктәптәренең II – VI класс уҡыусылары йөрөгән мәктәп лагерына барҙы. Дәрес сиктәрендә Милли әҙәбиәт музейы фондында һаҡланған Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир яҙыусыларҙың мираҫы, әлеге мәлдә барған махсус хәрби операциянан алып ҡайтылған экспонаттарҙан күргәҙмә лә ойошторолдо. Улар менән Милли әҙәбиәт музейы ғилми хеҙмәткәре Регина Радис ҡыҙы таныштырҙы. Дәрес аҙағында Милли әҙәбиәт музейы хеҙмәткәре Роза Дияс ҡыҙы Хөснуллина уҡыусылар менән йыр флешмобы ойошторҙо. Ҡырмыҫҡалыларҙың данлы яҡташына арналған “Шайморатов генерал” йырын бергәләшеп йырланылар. Уҡыусылар, сабый ғына булһалар ҙа, бик оҙайлы (25 йыл) хәрби хеҙмәттә һәм походтарҙа йөрөгән һалдаттың күңел кисерештәрен, уйҙарын, тыуған ерен һағыныуҙарын һүрәтләгән «Уйыл» башҡорт халыҡ йырын аңлап тыңланы. Сығанаҡ, фотолар: БР Милли әҙәбиәт музейы.