Әнисә бала саҡтан өйҙәрендә доға тауышын ишетеп үҫте. Тәүҙә өләсәһе, унан әсәһе дингә килде. Булғанға шөкөр итеүе, ауырлыҡтарҙы сабыр ғына үткәрә белеүе лә – уларҙың тәрбиәһе. Кисен йоҡларға ятҡанда әсәһенең доға уҡып ҡыҙының башынан һыйпап яратыуы ла бала саҡтың ләззәтле бер иҫтәлеге булып күңеленә уйылған. Шуға имтиханға барырға булһынмы йәки оҙон сәфәргә сығырғамы Әнисә һәр ваҡыт әсәһенән доға уҡыта. Шул ваҡытта ул үҙен ышаныслы тоя һәм һәр ваҡыт эше лә ыңғай килеп сыға. Әсәһенең доғаларының ҙур һаҡлау көсөнә лә эйә булыуына күптән түгел иптәштәре менән булған фажиғәле хәлдән һуң ныҡлы инанды. Йәйҙең матур бер көнөндә Әнисә бер төркөм дуҫтары менән сәйәхәткә сығырға йыйынды. Дуҫтарының күбеһе юғары уҡыу йорто студенттары. Йәшлек дәрттәре ташып торған, аҡыллы егеттәр һәм ҡыҙҙар. Бер аҙналыҡ сәфәрҙең һәр бер көнө буйынса план билдәләнеләр, Башҡортостандың иң матур тәбиғәт ҡомартҡыларын күреү ине уларҙың маҡсаты. Ауыр имтихандарын тапшырғандан һуң Әнисә лә был юлға ихлас әҙерл