Бәләбәй - Николаевка - Туймазы - Баҡалы юлында “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты буйынса ремонт эштәре барышында юл ситтәрен төҙөкләндереү эштәре алып барыла. Эштәрҙе Кендектамаҡ һәм Собханғол ауылдары янындағы дөйөм 5,6 саҡрымлыҡ ике участкала башҡаралар. Төҙөкләндерелгәндән һуң подряд ойошмаһы юл япмаһына тамғалар төшөрә башлаясаҡ. – Бәләбәй - Николаевка - Туймазы - Баҡалы юлы Башҡортостан Республикаһының терәк селтәренә инә һәм республиканың бер нисә районы тораҡ пункттары өсөн транспорт бәйләнешен тәьмин итә. 2024 йылға 16,1 саҡрым оҙонлоҡтағы япманы яңыртырға ниәтләйбеҙ, - тип һөйләне Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Любовь Минакова. 2024 йылда Башҡортостанда милли проект сиктәрендә бөтәһе 60,5 саҡрым терәк юл селтәрен ремонтлау күҙаллана. Эштәр 26 объектта башҡарыласаҡ. Улар район үҙәктәрен Өфө менән бәйләгән трассаларҙа, шулай уҡ әһәмиәтле туристик объекттарға, транспорт һәм логистика узелдарына, ҙур сәнәғәт предприятиеларына йәки клас