Бөгөн М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының баш режиссеры, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Айрат Абушахманов алтын юбилейын – 50 йәшен билдәләй. Уны “башдрам”дар коллективтың ижади лидеры тип йөрөтә. Айрат Абушахманов, тыуған Башҡортостанынан тыш, Татарстан, Сыуашстан, Ҡаҙағстан, Омск, Таллин театрҙарында спектаклдәр ҡуйҙы. "Оҙон-оҙаҡ бала саҡ", "Ҡара йөҙҙәр", "Джут", "Бәхет хаҡы", "Һинһеҙ килгән яҙҙар" һәм башҡа спектаклдәрен тамашасылар яратып ҡабул итте. Ул сәхнәләштергән әҫәрҙәр Башҡортостандың профессиональ театр сәнғәтен республикала ғына түгел, Рәсәй, халыҡ-ара театр фестивалдәрендә лә лайыҡлы күрһәтеүгә, танытыуға булышлыҡ итә. Айрат Абушахманов ҡуйған ике спектакль илдең иң юғары театр премияһын яулауға өлгәште. 2014 йылда “Алтын битлек” Рәсәй милли театр премия-фестивалендә “Ҡара йөҙҙәр" спектакленең ҡуйыусы рәссамы А. Нестеров “Костюмдар буйынса иң яҡшы рәссам эше” номинацияһында еңеүсе була, ә