Янғынға бәйле насар хәбәр еткерәбеҙ: кисә кис Борай районының Хәзиев ауылында шәхси йортта сыҡҡан янғында 53 йәшлек ҡатын һәм уның 4 йәшлек ейәне һәләк булған. Асыҡланыуынса, ағас йорт эсендәге янғынды урындағы халыҡ һүндергән, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы доброволецтары һәм янғын һүндереүселәр ҡабаттан тоҡанып китмәһен өсөн быҫҡып ятҡан йыһаздарға һыу һипкән. Әлеге ваҡытта янғындың сәбәбе асыҡлана. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығы начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Эдуард Иҙрисов күрһәтмәһе буйынса урынға Баш идаралыҡтың оператив төркөмө, шул иҫәптән һынау янғын лабораторияһы эксперты һәм Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы дознавателе ебәрелгән. Фото: МЧС.