Найти тему
Журнал "Шонкар"  

"Мине ҡарттар йортона бирегеҙ!.."

Көҙгө моңһоу көн. Фатир ишегенең шап итеп ябылыуын ишетеп, Хәким ҡарт урынынан ҡыбырҙап ҡуйҙы. Уяныуын күптән уянған да бит, тик өйҙәгеләрҙе бимазалағылары килмәй. Улы менән килененең эшкә китеүен көтөп ятыуы. “Киттеләр, торһам да була...” Бына бер йыл инде ҡарт улы Сабирҙың фатирында йәшәй. Ғүмер буйы иркенлектә, ауылда йәшәп өйрәнгән кешегә ҡала фатиры тар тойолоуы ғәжәп түгел, өҫтәүенә яҡын кешеләренә һис кенә лә ауыр йөк булғыһы, тормоштарына ҡамасаулағыһы килмәй.

Йәштәр бөтөнләй өйгә йоҡмай тиерлек, эштән һуң ҡайталар, ял етһә, йә дуҫтарына, йә өҫтәмә эшкә, дежур итергә китәләр. Әсе ел алмағас ботаҡтарын бәүелтеп, тәҙрәгә һуҡҡылай. “Ҡараңғы төшөп килә, ә улар һаман да юҡ. Ҡарт кеше менән һөйләшкеләре килмәйҙер, күрәһең. Ялҡытҡанмындыр инде, телдәре менән әйткеләре генә килмәй, – тип уйлана ир. – Белдермәҫкә тырышып, хөрмәт күрһәткән булалар...”

Беренсе ҡатта йәшәгән аҡ яулыҡлы ҡатын менән танышҡандан һуң кәйефе тағы ла төшөнкөләнде. “Бахырҡай! Ниңә уны ауылдан килтерҙеләр икән? Хәҙер ҡайтыр ҙа ине, ә йорто юҡ! Һатылған. Бәхетһеҙ ҡатынды тегендә-бында тартҡылайҙар. Ниндәй генә һүҙ  ишеттермәйҙәр үҙенә!” – тип йәлләй ул күршеһен ысын күңелдән.

Хәким улын яратып үҫтерҙе. Киленен дә үҙ итте. Бына бер йыл уларҙың хәстәрлеген күреп йәшәй, тик хәүеф тойғоһо ғына бер ҡайҙа ла китмәй, һағалап ҡына тора. Йыш ҡына тегеләр унан йәшереп кенә сөкөрҙәшә. “Йөҙгә ҡарап әйтергә теләмәйҙәрҙер, үҙ-ара мине тикшерәләрҙер. Их, улымдың тормошона ҡыҫылғым килмәгәйне лә бит, шулай килеп сыҡты...” – тип уфтана атай.

Ғүмер буйы ауылда йәшәне Хәким. Ҡатыны вафат булғас, бер үҙе донъяны тартты. Сабир улы ҡатыны, бәләкәй генә ҡыҙҙары менән йыш ҡына ауылға ҡайтты. Ғәҙәттәгесә баҡсала соҡондо, йәшелсә үҫтерҙе, баҙарға һатырға йөрөргә лә ваҡыт тапты. Һәүетемсә генә барған тормош бер көндә тамырынан үҙгәрер тип кем уйлаған! Баҙарҙан ҡайтыуына йорт урынына көл-күмер генә ҡаршылауы аяҡтан йыҡты. Ҡарт хәлһеҙләнеп тубыҡланыуын ғына хәтерләй. Аңын юғалтҡан Хәкимде күршеләре күреп, дауаханаға оҙата. Бәхетһеҙлеккә ҡаршы, ул көндә ут күрше-күләне лә өйҙә булмай сыға. Янғын сығыуын бик һуңлап күрәләр. Һүндереүселәр килгәндә, ҡотҡарырлыҡ бер ни ҙә ҡалмаған була. Сәбәбен электр үткәргестәренең иҫкереүендә күрәләр.

Ир дауаханала иҫенә килә, көтөлмәгән бәлә арҡаһында инсультҡа юлыға. Иҫән ҡалыуы ла һөйөндөрмәй, үҙенең улына артыҡ йөк буласағын аңлап, уны йәлләүҙән йәне әрней.

Фәһим атаһын ҡыҙының бүлмәһенә урынлаштырҙы. Әлиә әхирәте эргәһенә, ятаҡтағы бүлмәгә күсте. Ял көндәрендә генә ҡайта. Олатаһы ейәнсәренең үҙ бүлмәһендә ял итә алмауына, йоҡларға тәғәйен урыны булмауына йәне көйөп, уңайһыҙлана.

– Олатай, ҡайғырма, барыһы ла яҡшы! – ти Әлиә, уның кисерештәрен һиҙгәндәй.

– Яҡшы һиңә, тағы нимә тиһен инде? Ятаҡта йәшәү рәхәтме ни? Бөтәһенә мин генә ҡамасаулайым, – тип уфтана Хәким. – Ярты йыл бит инде тәрбиәләйҙәр, үҙҙәре, моғайын, минең үлгәнемде көтәләрҙер.

Ир яйлап хәрәкәт итә башлауын, аяҡ-ҡулдарының тыңлашыуын һиҙеп бер аҙ тынысланды. Уның аяҡҡа баҫҡанын күреп, Сабир менән Әлиә лә һөйөндө. “Улым, һин миңә үпкәләмә. Һеҙҙе бынан ары йонсотмаясаҡмын. Мине ҡарттар йортона урынлаштырығыҙ”, – ти хәбәр һалды Хәким. Йәштәр бер-береһенә ҡарашып йылмайышты. “Рәхмәт, атай, көлдөрҙөң. Хәлең яҡшыра төшкәнгә оҡшай шул!” – тине улы, ҡарттың һүҙҙәрен шаяртыуға ҡабул итеп. “Мин әйткәнмен икән ҡарттар йортона барам тип, барам! Мин бында йәшәргә теләмәйем!” – ти тиҫкәреләнде тегенеһе.

– Атай, беҙ һине бикләп тотмайбыҙ бит, – тине улы, бер аҙ тауышын күтәреп. – Теләһәң, магазинға бар, теләһәң – паркка. Был бит һинең йортоң.

– Һеҙ бит беҙгә ҡамасауламайһығыҙ, ҡайным. Әлиәнең бүлмәһе буш. Юҡ, ни эшләп һеҙҙе ҡарттар йортона тапшырайыҡ ти? – тип һүҙгә ҡыҫылды килене.

– Минең үҙем кеүек ҡарттар менән йәшәгем, аралашҡым килә, – тип мығырҙаны Хәким, башҡа ҡаршы әйтер һүҙе ҡалмағас. – Минең өсөн ҡайғырмағыҙ. Шулай барыбыҙға яҡшы буласаҡ. Йорттан ҡалған урынды, баҡса ерен һатығыҙ. Ошо аҡсаға мине ҡарттар йортона урынлаштырырһығыҙ.

Ахырҙа улы күнде, “һинеңсә булыр, атай”, тине. Ә Хәким тынысланды, оҙаҡламай айырылашасаҡтарын күҙ алдына килтереп, бер аҙ моңһоуланды ғына. Көн артынан көн, аҙна артынан аҙна үтә генә. Тик ҡарттың үтенесен оноттолар кеүек, бик һуң ғына эштән арып ҡайтып йығылалар. Иртән күрмәй ҙә ҡалаһың. Шулай ҙа форсат табып, яҙғы кистәрҙең береһендә улынан һорамаҡсы итте: “Улым, күҙ асып йомғансы яҙ ҙа үтеп китер. Мин бараһы ҡарттар йортонда, моғайын, баҡса-фәлән барҙыр, түтәлдәр ҡаҙырға, йәшелсә ултыртырға кәрәк булыр. Сәсеү мәлен үткәреп ебәрмәҫкә ине бит әле. Эш нисек бара һуң?” “Һин әйткәнсә эшләнем, ерҙе һаттым. Ҡарттар йорто менән һөйләштем, тик унда сират бар, аҙ ғына көтөргә кәрәк булыр”, – тине Сабир. “Ә баҡса бармы унда? Йәшелсә ултыртырға яраймы, барыһын да һораштыңмы? Йорттоң фотоһы бармы?” – тип ҡыҙыҡһыныуын дауам итте атаһы. Ир менән ҡатын бер-береһенә ҡарашып, ҡәнәғәтһеҙлек белдерҙе. “Ниндәй фото булһын инде, барғас күрерһең, ул эш менән Әлиә күберәк шөғөлләнде”, – тип һөйләшеүгә нөктә ҡуйылғанын аңлатты улы.

Үҙен ҡулдарына тәүбашлап килеп эләккән приютҡа оҙатырға теләгәндәрен аңланы Хәким. “Яҡшырағын эҙләргә ваҡыттары ла булмағандыр, көнө буйы эштәләр бит. Минең ерҙә ҡаҙынырға яратыуымды иҫәпкә алманылар балалар, ярай, алдан ҡайғырмайым әле”, – тип тынысландырҙы үҙен.

Беренсе ҡаттағы күрше ҡатын да уның теләген хуплай. “Үҙеңдекеләргә артыҡ йөк булғансы, сит бауыр араһында йәшәү яҡшыраҡ. Ярай әле, аяғыңа баҫтың. Улың яныңа килгеләп йөрөр әле. Килмәүе лә ихтимал...” – тип йөрәк әрнетерлек һүҙ таба уныһы. “Юҡ, минекеләр һинең кейәүең ише түгелдәр, ярты йыл түшәктә ятып, бер насар һүҙ ҙә ишетмәнем”, – тип яҡларға керешкәнен һиҙмәй ҙә ҡала Хәким. “Көтөп тор! – тип бармағын һелкә ҡарсыҡ. – Ишетерһең әле! Түҙерҙәр-түҙерҙәр ҙә – башларҙар!”

Йома көн Хәким, сабырлығын йыйып, һүҙ башланы: “Минең теләгемде үтәмәһәгеҙ, ҡарттар йортона илтмәһәгеҙ, дүшәмбе үҙем директоры менән һөйләшергә барам. Коридорҙа ятырға ла ризамын. Юлын да, адресын да табырмын! Исмаһам, алып барып күрһәтһәгеҙ ине!”

Сабир ике көн буйына ҡарттың йомошон үтәп йөрөнө булһа кәрәк, йәкшәмбе һуңлатып ҡына ҡайтып инде. “Атай, йыйын! Иртәгә юлға сығабыҙ”, – тип белдерҙе. Ҡарт ҡәнәғәтлеген белдереп, йылмайған булды, ә күҙ йәштәре ирекһеҙҙән ағып йонсотто, әллә шатлыҡтан, әллә айырылышыу һағышынан... Юл буйы ауыҙ асҡан кеше лә булманы. Улы ла, килене лә “бармайыҡ, әйҙәгеҙ, кире боролайыҡ” тип тә өгөтләмәне, ҡарттың мыжығанына күнгәндәрҙер, күрәһең. Тормош юлын барлап, уйланып килгән Хәким таныш ауылға машинаның боролғанын күргәс, һағайып, һиҫкәнеп китте. Шул арала бер яңы йорт эргәһенә туҡтанылар. Улы машинанан сығып, ихата ҡапҡаһын асты. “Бына һиңә беҙ вәғәҙә иткән йәшелсә баҡсаһы! – тип шаяртты улы. — Ғәфү ит, атай, йортто төҙөп бөтә алманыҡ, ҡабаландырҙың!” Хәким ҡарт үҙ күҙенә үҙе ышанманы, олоғайған көндә яҡындары бындай сюрприз яһар тип кем уйлаған! Уға улы һәм килене тураһындағы икеле-микеле уйҙары өсөн бик уңайһыҙ ине...