Башҡортостан тәүге тапҡыр ошо йүнәлештәге ярыштарҙы ҡабул итте. Был һанлы спорт төрҙәрен үҫтереүҙә төбәктең юғары статусы хаҡында һөйләй. Республикаға Киров, Һамар, Ульяновск өлкәләренән, Мордва һәм Удмуртия республикаларынан Волга буйы федераль округының иң көслө йыйылма командалары килде. Өфө фән һәм технологиялар университетының студенттар йыйылма командаһы – чемпионаттың бронза призеры булды. Уларға Волга буйы федераль округы төбәктәренең профессиональ командалары ҡаршы торҙо. Әйткәндәй, был команда составында ғәмәлдәге Рәсәй чемпиондары сығыш яһай. Башҡортостандың Фиджитал-спорт Федерацияһы Президенты Святослав Пегов һүҙҙәренсә, Өфө тәүгә фиджитал-спорт буйынса ошондай юғары ранглы ярыштар ойоштора. Улар 32-се балалар спорт мәктәбе базаһында үткән. Фото: pravitelstvorb.ru