2024 йылда Өфөлә мәҙәни мираҫ объекттарын реставрациялау эштәрен әүҙем дауам итәләр. Баш ҡаланың 450 йыллығына әҙерлек сиктәрендә архитектура ҡомартҡыларына ремонт үткәреүгә 23 рөхсәт бирелде. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров рәйеслегендә үткән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә республиканың Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса идаралыҡ етәксеһе Салауат Ҡолбахтин ошо хаҡта һөйләне. – Тарихи ҡиммәткә эйә биналарҙың фасадтарын һәм ҡыйыҡтарын яңыртыуға айырым иғтибар бирәбеҙ. Элемтә йорто, Коммерция училищеһы һәм Башпотребсоюз бинаһы кеүек төп объекттарҙа фасадтарҙың штукатур-буяу ҡатламын тергеҙеү эштәрен алып барабыҙ, – тип билдәләне Салауат Ҡолбахтин. Өфөнөң 450 йыллығына әҙерлек сиктәрендә төрлө мәҙәни мираҫ объекттарында эштәр тамамлана. Мәҫәлән, Ленин урамы, 28 адресы буйынса урынлашҡан “Элемтә йорто”нда фасадтарҙың штукатур-буяу ҡатламын тергеҙәләр, ярыҡтарҙы тигеҙләйҙәр, ҡойолмаларҙы ремонтлайҙар. Шулай уҡ Октябрь Революцияһы, Карл Маркс һәм Зәки Вәлиди урамдарындағы тарихи