Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ҡыҙҙарыбыҙ миҙалдар менән ҡайта!

Ҡаҙағстанда үткәрелгән янғын һүндереү һәм ҡотҡарыу буйынса донъя чемпионатында Башҡортостандан өс спортсы Рәсәй йыйылма командаһы составында сығыш яһаны. Спортсыларыбыҙ барлыҡ дисциплиналар буйынса ярышты һәм дүрт алтын, биш бронза миҙал яуланы. Валерия Булыгина шәхси иҫәптә (бәләкәй төркөм) “Штурмлау баҫҡысы” дисциплинаһында донъя чемпионы тип танылды һәм “Ҡаршылыҡтар булған 100 метр арауыҡты үтеү” дисциплинаһында бронза миҙалға лайыҡ булды. Даяна Нафиҡова шәхси иҫәптә “Ҡаршылыҡтар булған 100 метр арауыҡты үтеү” дисциплинаһында чемпион тип танылды һәм “Штурмлау баҫҡысы” дисциплинаһында өсөнсө урын яуланы. Даяна “Янғын эстафетаһы” команда төрөндә - алтын, “Яу сиселеше” ярыш төрөндә бронза миҙал хужаһы булды. Александра Тягушева урта төркөмдә “Янғын эстафетаһы” команда төрөндә - алтын, “Яу сиселеше” төрөндә бронза миҙал менән бүлкләнде, шәхси иҫәптә иһә “Ҡаршылыҡтар булған 100 метр арауыҡты үтеү” дисциплинаһында көмөш миҙал хужаһы булды. Сығанаҡ, фотолар: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы.