2024 йылдың тәүге ете айында Башҡортостанда миллиондан ашыу кеше диспансерлаштырыу үткән. Иҫкәртеү тикшереүҙәренә 73 медицина ойошмаһы һәм 30 мобиль медицина бригадаһы йәлеп ителгән. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған оператив кәңәшмәлә республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин хәбәр итте. – Диспансер күҙәтеүен эш урындарынан үтеүселәр һаны йыл һайын арта, 2021 йыл менән сағыштырғанда был күрһәткес 41,8 процентҡа күберәк, – тип билдәләне Айрат Рәхмәтуллин. 2024 йылда Башҡортостанда эшләүсе халыҡтың һаулығын яҡшыртыуға йүнәлтелгән бер нисә башланғыс тормошҡа ашырыла. Был өлкәләге яңылыҡтарҙың береһе булып Өфөләге 13-сө ҡала клиник дауаханаһы базаһында «Сәнәғәт медицинаһы үҙәге»н асыу тора. – Үҙәк ҙур сәнәғәт предприятиелары хеҙмәткәрҙәре араһында профилактик медицина тикшереүҙәренең һөҙөмтәлелеген арттырыу өсөн булдырылды, – тип хәбәр итте Айрат Рәхмәтуллин. Сәнәғәт медицинаһы үҙәгенең эше һөҙөмтәлелеген иҫбатлаған да инде: 2024 йылдың ете айында бында 22
Быйыл миллиондан ашыу кеше диспансерлаштырыу үткән
19 августа 202419 авг 2024
1 мин